9 май - Еңеү көнө
7 Ноябрь 2024, 16:45

"Андрейға ышанғандары өсөн бөтә яугирҙәргә һәм командованиеға рәхмәт"

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров МХО-ла һәләк булған полковник Андрей Колпаковтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын уның ҡатынына тапшырҙы.

"Андрейға ышанғандары өсөн бөтә яугирҙәргә һәм командованиеға рәхмәт""Андрейға ышанғандары өсөн бөтә яугирҙәргә һәм командованиеға рәхмәт"
"Андрейға ышанғандары өсөн бөтә яугирҙәргә һәм командованиеға рәхмәт"

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров МХО-ла һәләк булған полковник Андрей Колпаковтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын уның ҡатынына тапшырҙы.

Тантана Һамарҙа үтте, унда Һамар өлкәһе губернаторы Вячеслав Федорищев һәм яугирҙең элекке хеҙмәттәштәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте. "Һәр һалдаттың тормошонда батырлыҡ күрһәтеү ваҡыты етеүе ихтимал. Ғаилә, Ватан, хәрби иптәштәр һәм тыныс граждандар өсөн. Һеҙҙең ирегеҙ, улығыҙ һәм атайығыҙ кеүек офицерҙар — алғы һыҙыҡтағыларҙың барыһына ла хөрмәт һәм батырлыҡ өлгөһө ул. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән полковник Андрей Колпаковҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә», - тине Игорь Комаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың сентябрь башында полковник Андрей Колпаков һауа разведкаһы ваҡытында БПЛА ярҙамында дошмандың маскировкаланған пунктын таба. Ул оборона алырға ҡуша һәм оператив рәүештә артиллерияны позицияларға урынлаштыра. Һөҙөмтәлә дошмандың ҙур юғалтыуҙар кисерә, терәк пункты тар-мар ителә. Бынан тыш, ике реактив залп уты системаһы юҡ ителә.  Әммә сигенгәндә беҙҙең разведка төркөмөнә дошман ракета һөжүме яһай. Андрей Колпаков шунда уҡ шәхси составҡа йәшерен урынға боҫорға бойора. Полковник төркөмдөң аҙағында килә һәм һуңғы мәлдә, иптәштәрен окопҡа этәреп, ҡалған икеһен кәүҙәһе менән ҡаплай. Шулай итеп ул яугирҙәрҙе ҡотҡара, ә үҙе һәләк була.   

"Андрейға ышанғандары өсөн бөтә яугирҙәргә һәм командованиеға рәхмәт. Мин улым менән ғорурланам, — тине Рәсәй Геройының атаһы - полковник Валерий Колпаков.

Андрей Колпаков Ульяновск ҡалаһында тыуған, Силәбе юғары танк команда училищеһын, һуңынан шунда уҡ танк институтын тамамлаған. Тәүҙә танк взводы, һуңынан рота, батальон командиры вазифаларында хеҙмәт итә.  2017 йылда ваҡытынан алда запасҡа ебәрелә.

Волга буйы федераль округында бөтәһе 300-гә яҡын Рәсәй Федерацияһы Геройы (1992 йылдан бүләкләнгәндәр), шулай уҡ 2,5 меңдән ашыу Советтар Союзы Геройы, 476 Дан орденының тулы кавалерҙары, ике Изге Георгий ордены кавалеры.

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/Vremya%20geroev/2024-11-07/igor-komarov-vruchil-nagradu-pogibshego-boytsa-svo-semie-3999116

Фото со страницы pfo.gov.ru.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас