9 май - Еңеү көнө
7 Ноябрь 2024, 08:00

Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар

Ул барыбыҙ өсөн дә сыҙамлыҡ һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып тора

Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланыларРауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар

Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында йәшәгән Рауза Иҙрис ҡыҙы Йәнбухтинаға 100 йәш тулды. Бер быуатлыҡ ғүмер юлы үткән ағинәйҙе район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев үҙе барып ҡотланы.  

– Ҙур ҡыуаныс менән барып, Рауза Иҙрис ҡыҙын бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланым. Уның беҙҙе яҡшы торошта һәм асыҡ хәтер менән ҡаршы алыуына бик шатмын. Аралашыу ваҡытында тапҡырлығы менән таң ҡалдырҙы, шаяртырға ла, тормошонан ваҡиғаларҙы һөйләргә лә, аҡыллы кәңәштәр бирергә лә өлгөрә ул. Бөтә яңылыҡтарҙы район гәзитенән белеп, уңыштарға шатланыуын әйтте.

Үҙ ғүмерендә күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булған, һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙы үҙ иңендә кисергән. Ул барыбыҙ өсөн дә сыҙамлыҡ һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып тора. Рауза апай мәктәптә, һуңынан Саҡмағош район ҡулланыусылар союзында эшләй һәм 32 йыл тиерлек Иҫке Ҡалмаш элемтә бүлексәһен етәкләп, унан хаҡлы ялға сыға. Айырым ҡаҙаныштары өсөн күп һанлы наградаларға лайыҡ була. Ире менән бергә ул үҫтергән, ейәндәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итә.

Рауза Иҙрис ҡыҙына яҡындарының йылыһына төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйем, – тине Реканс Фәнил улы.

Беҙ ҙә йөҙйәшәр Рауза Иҙрис ҡыҙын быуатлыҡ юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото сығанағы: https://t.me/yamaleev_rf/9005

 

 

Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Рауза апайҙы 100 йәше менән ҡотланылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас