9 май - Еңеү көнө
8 Ноябрь 2024, 15:45

Тәжрибәләре тос, ғорурланырлыҡ

Өфөләге Профсоюздар йортонда үткәрелгән бөгөнгө сара Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының 105 йыллыҡ юбилейына арналды.

Тәжрибәләре тос, ғорурланырлыҡТәжрибәләре тос, ғорурланырлыҡ
Тәжрибәләре тос, ғорурланырлыҡ

Өфөләге Профсоюздар йортонда үткәрелгән бөгөнгө сара Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының 105 йыллыҡ юбилейына арналды.

Һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренең социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау менән шөғөлләнгән профсоюз вәкилдәрен башҡарма, закондар сығарыу власы, федераль хеҙмәттәр ағзалары һәм башҡалар ҡотланы. Сара маскировка селтәрҙәрен үреү һәм “Халыҡ фронты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хеҙмәттәштәренә - медицина хеҙмәткәрҙәренә - гуманитар йөк ебәреүҙән башланды.

- Бөгөн бында беренсел ойошма рәйестәре йыйылды. Улар урындағы хеҙмәттәштәренең мәнфәғәтен яҡлай һәм аңлай. Тәжрибәбеҙ тос ҡына, үҙ эшебеҙ менән ғорурлана алабыҙ, - тине сараны асҡанда республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе Рауил Халфин. Ул шулай уҡ тармаҡ әүҙемселәренә наградалар тапшырҙы.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков министрлыҡтың профсоюз менән күптән эшлекле бәйләнештәр бәйләүе, тармаҡ килешеүенең төҙөлөүе һәм башҡалар тураһында һөйләне. Сарала шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Үтәшева, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Лена Кәримова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас