Зифа менән Айрат Искәндәровтар Өфөлә йәшәп, эшләп йөрөй. Ял көндәрендә иһә Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән һәм Һәүәләй ауылдарына төп йорттарына ҡайтып йөрөй. Бында 30 сутый ерҙә баҡса үҫтерә улар. Ауылдар Ағиҙел буйында урынлашҡанғамы, ерҙең уңдырышлы булғанынамы был урында ҡабаҡ бигерәк уңа. Шуға ла бынан өс йыл элек Үтәгәндә Айрат Искәндәровтың башланғысы менән ауылда “Ҡабаҡ байрамы” үткәрелә башланы.
Ҡабаҡ үтәгәндәрҙең баҡсаһында картуфтан һуң төп йәшелсә. Ауылда унан нимә генә эшләмәйҙәр: бәлештәр, кеҫәл, сәй, мармелад, суфле, һут. Һанап бөтөрлөк түгел. Әйткәндәй, ҡабаҡтан 400-гә тиклем төр аш бешерегә була. Үтәгәндәр был рецептарҙың барыһын да барлап сыҡҡандыр.
Искәндәровтар ҙа ҡабаҡтан төрлө аш-һыу бешерә. Шуларҙың иң үҙенсәлеклеһе – ҡабаҡтан цукаты. Зифа Зыя ҡыҙы цукатыны ял көндәре күп итеп эшләп ҡуя. Ҡыш буйы сәй табынына ҡуя торған һый, ҡунаҡтарыбыҙ гел маҡтап ашай уны ти хужабикә.
Цукаттар әҙерләр өсөн ҡабаҡты шаҡмаҡлап турарға кәрәк. Ҙур табаҡҡа һалып, лимон йә әфлисун һуты ҡушабыҙ, бер аҙ көнбағыш майы өҫтәйбеҙ ҙә, берәй сәғәткә алып ҡуябыҙ. Һуңынан шаҡмаҡтарҙы киптергескә теҙеп ҡуябыҙ ҙа, киптерәбеҙ. Әҙер тәмлекәсте банкаларҙа һаҡларға кәңәш итә хужабикә. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә була.
Ә һеҙ ҡабаҡтан нимәләр әҙерләйһегеҙ?
Фотолар Искәндәровтарҙың шәхси архивынан алынды.