7 ноябрь төндә Ағиҙел ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында өс балыҡсы ултырған кәмә түңкәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Ирҙәрҙең береһе үҙаллы йөҙөп сыға һәм ярҙан ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Батҡан ирҙәрҙе эҙләү ойошторола.
Һәм кисә кис, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, ирҙәрҙең береһе табылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул батып үлгән. Кәүҙә ике метр тәрәнлектә ятҡан.
Әлеге ваҡытта икенсе балыҡсаны эҙләү дауам итә. Балыҡҡа сыҡҡанда барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ошоноң ише ауыр хәлдәргә ҡалмағыҙ.
Фото: Кирилл Первовтың телеграм-каналы.