9 май - Еңеү көнө
14 Ноябрь 2024, 10:00

Дамирҙы эҙләү туҡтатылды

Был нимәгә бәйле?

Дамирҙы эҙләү туҡтатылдыДамирҙы эҙләү туҡтатылды
Дамирҙы эҙләү туҡтатылды

Март аҙағында Өфөлә Ағиҙел ярында юғалған үҫмер Дамир Әҙеһәмовты эҙләү туҡтатылды. Ни өсөн тигәндә, был ҡотҡарыусыларҙың үҙҙәре өсөн хәүеф тыуҙыра.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Павел Паличев менән Дамир Әҙеһәмов март аҙағында юғалғайны: улар “Аҡсарлаҡ” лагеры янындағы ҡала урманына саф һауала йөрөргә китә, ләкин өйҙәренә әйләнеп ҡайтмай. Тиҙҙән ҙур эҙләү башланды, һуңғараҡ малайҙарҙың рюкзактары 6-сы пристань тирәһендә табылды. Балаларҙы ҡотҡарыусылар, полиция һәм ирекмәндәр эҙләне. Юғалған Павелды яҙ көнө һыуҙа һәләк булған килеш таптылар. Дамирҙы иһә уҙған аҙнаның аҙағына тиклем эҙләнеләр.

Көн һайын ҡотҡарыусылар Ағиҙелдең ярынан эҙләне, шулай уҡ водолаздар эшләне – улар һыу төбөн тикшерҙе, әммә был һөҙөмтәләр бирмәне.

– Боҙ туңыу осоро башланыуға бәйле эҙләү эштәре туҡтатылды, – тип хәбәр иттеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.

Йәғни һыу ятҡылыҡтарында даими боҙ барлыҡҡа килә башланы ла инде, бындай шарттарҙа эшләү ҡотҡарыусылар, бигерәк тә водолаздар өсөн хәүеф тыуҙыра ине.

Шулай уҡ криминалистар ҙа эҙләүҙә ҡатнаша. Уларҙың фекере буйынса, бала йылға төбөндә берәй нәмәгә эләккәндер. Нисек кенә булмаһын, ул табылырға тейеш, кейеме булһа ла килеп сығасаҡ.

Яҙ көнө, боҙ киткәс эҙләү дауам итәсәк.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас