9 май - Еңеү көнө
15 Ноябрь 2024, 07:00

Юлдарҙа – сикләү!

Ял көндәрендә эш ҡыҙыу бара.

Юлдарҙа – сикләү!Юлдарҙа – сикләү!
Юлдарҙа – сикләү!

Өфө ҡалаһында "Көньяҡ ҡапҡалары" ҙур проекты тормошҡа ашырыла. Тиҙҙән Пугачев урамынан Бельский урамына хәтлем аралағы юл асыласаҡ (Дуҫлыҡ Монументы тирәһе). Шуға бәйле, юл хеҙмәткәрҙәре Пугачев урамында юлға ваҡыт-ваҡыт сикләү индерәсәк.

Мәҫәлән, үҙгәрештәр 15 ноябрҙә – 17:00 сәғәттә, 16 ноябрҙә 20:00 сәғәттә көтөлә. Ә инде юлдағы тығындарҙы һәм аварияларҙы булдырмау өсөн юл хеҙмәткәрҙәре был участкала ял көндәрендә ҡыҙыу эшләйәсәк.

Шул иғтибарға лайыҡ, 2022 йылда баш ҡалабыҙҙың Кузнецов затоны микрорайонында юлды киңәйтеү маҡсатында урау юл төҙөлгәйне. Быйыл иһә 1 октябрҙә Рыленко урамында һәм Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендә (был юл Степан Кувыкин урамына сығара) уны техник асыу булды.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас