Хәҙерге ваҡытта бәлиғ булмаған балаларҙың күбеһе мөлкәт хужаһы булып тора. Ғәҙәттә, балалар әсәлек капиталы средстволарын файҙаланып һатып алынған күсемһеҙ милеккә милек хоҡуғында өлөш ала, шулай уҡ мираҫ тәртибендә милек хужаһы була. Башҡортостан Республикаһында 2024 йылда 129 меңгә яҡын бәлиғ булмаған милексе 76 миллион һумдан ашыу милек һалымын түләүгә иҫәпкә алынған.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бәлиғ булмаған балаларҙың мөлкәтенә һалым түләү мәсьәләләрен аңлата.
Бала ниндәй йәштән һалым түләүсе тип таныла?
Бөтә фатир, ер участкалары һәм транспорт саралары хужалары, йәшенә ҡарамайса, һалым түләүсе тип таныла һәм үҙ милкендәге мөлкәткә ҡарата һалым түләргә бурыслы.
Балалар өсөн мөлкәт һалымын кем түләргә тейеш?
Бәлиғ булмаған балалар өсөн һалым түләү бурысы ата-әсәләргә, уллыҡҡа алыусыларға йәки опекундарға йөкмәтелә, улар, Рәсәй Федерацияһының граждандар ҡануниәтенә ярашлы һалым түләүсенең законлы вәкилдәре булып тора. 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар законлы вәкилдәрҙең ризалығы менән үҙ мөлкәтенә үҙаллы идара итергә һәм уның өсөн һалым түләргә хоҡуҡлы.
Балаға нисек һалым түләргә?
Һалым белдереүен һалым органдары заказ хаты менән ебәрә һәм уны йәшәгән урын буйынса баланы теркәү адресы буйынса почта бүлексәһенән алырға мөмкин. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бәлиғ булмаған бала милкендәге һалым һалыу объекттары буйынса һалым белдереүе алынмаһа, законлы вәкил шәхсән үҙе белдереү алыу өсөн теләһә ниндәй һалым органына йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итә ала. Үҙең менән паспорт һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға кәрәк. Уллыҡҡа алыусыларға йәки опекундарға өҫтәмә рәүештә опека органдарынан документтар тапшырырға кәрәк. Хәҙерге шарттарҙа электрон форматта һалым белдереүен алыу өҫтөнлөклө. Бәлиғ булмаған баланың законлы вәкиле «Ғаилә өсөн» (“Семейный доступ”)функцияһын асып һалым түләүсенең шәхси кабинетында балаға һалым белдереүҙәрен ала ала.
Баланы Шәхси кабинетта нисек теркәргә?
*Баланы шәхси кабинетҡа тоташтырыу (бының өсөн законлы вәкил вәкәләттәрен раҫлап, паспорт һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ менән теләһә ниндәй һалым органына йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин);
*ата-әсәнең шәхси кабинетына инегеҙ, "Профиль" / "Профиль көйләүҙәре" бүлегендә "Ғаилә өсөн" тигән функцияны һайлағыҙ, ҡулланыусы – бәлиғ булмаған баланы өҫтәп, баланың шәхси кабинетына запрос ебәрегеҙ;
*баланың шәхси кабинетына инеп, тейешле төймәгә баҫып, ебәрелгән һорауҙы раҫларға. Ата-әсәләрҙең «Һалымдар» бүлегендә ғаиләгә инеү мөмкинлеге асылған исемлек барлыҡҡа киләсәк, унда балалар өҫтәлгән профилдәр сыға.
Ата-әсәнең шәхси кабинетына өҫтәлгән балалар профилдәре бәлиғ булғас, автоматик рәүештә унан сығарыла. Бала өсөн мөлкәт һалымдарын нисек дөрөҫ түләргә? Бала өсөн һалымдарҙы өлкәндәр өсөн түләгән кеүек үк түләргә мөмкин: һалым түләүсенең шәхси кабинетында, банктарҙың мобиль ҡушымталарында йәки шәхсән банкта, почтала.
Бала өсөн мөлкәт һалымдарын түләмәһәк, нимә булыр?
Мөлкәт һалымдарын ваҡытында түләмәгән осраҡта, һалым түләү буйынса бурыстарҙы үтәү ваҡыты үткән һәр календарь көн өсөн пеня өҫтәлә. Шулай уҡ, әгәр һалымдарҙы ваҡытында түләмәһәк, һалым органдары бурысты мәжбүри түләтеү буйынса саралар күрәсәк. Мәҫәлән, суд бойороғо булған осраҡта, балаларҙың бурыстарын ябайлаштырылған ғаилә тәртибендә законлы вәкилдәрҙән түләттерәләр. Шул уҡ ваҡытта аҡса ике ата-әсәнең дә иҫәбенән күсерелә, сөнки ҡануниәткә ярашлы, улар бала өсөн бер тигеҙ яуаплылыҡта. Бындай хәлдәрҙән ҡотолоу өсөн һалым органдары үҙҙәре өсөн дә, бәлиғ булмаған балалар өсөн дә милек һалымдарын ваҡытында – 2024 йылдың 2 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәңәш итә.