9 май - Еңеү көнө
17 Ноября 2024, 01:30

Яңы Бишауылға трактор кәрәк

Ауыл халҡы ҡышын юлдарҙы таҙартыу өсөн МТЗ-82 тракторы алырға иҫәп тота

Яңы Бишауылға трактор кәрәкЯңы Бишауылға трактор кәрәк
Яңы Бишауылға трактор кәрәк

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылда башланды һәм 2030 йылға тиклем республиканы үҫтереү стратегияһының төп бурыстары иҫәбенә инә.

Программаның төп маҡсаты – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү.

Программаны бойомға ашырыу бер нисә этаптан: халыҡ йыйылышынан, ғариза төҙөүҙән, уны тикшереү һәм конкурслы һайлап алыуҙан тора, унан һуң, конкурсты үткән осраҡта, урындағы етәкселек вәкилдәре инициатива төркөмө менән берлектә подрядсы ойошмаларҙы һайлай һәм проектҡа ярашлы ҡуйылған бурыстарҙы хәл итә.

Ошо мөһим программаға ҡушылыу өсөн районыбыҙ ауылдарында халыҡ менән йыйылыштар уҙғарыла башланы.

Яңы Бишауыл халҡы ла йыйылышып, программала ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итер өсөн төрлө һорауҙар күтәрҙе. Кемдер программа сиктәрендә ауыл биләмәһен төҙөкләндерергә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Икенселәр, юлдарға ҡырсынташ түшәйек, тине. Өсөнсөләр иһә роторлы МТЗ-82 тракторы алырға кәрәклеген белдерҙе.

- Былтыр янғын һүндереү өсөн һыуға мискә алдыҡ, быйыл янғын һүндереү өсөн гараж төҙөлдө. Әйҙәгеҙ, трактор алыу өсөн дәғүә итеп ҡарайыҡ, - тинеләр Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл халҡы бер тауыштан. Ауыл халҡының изге ниәте “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә бойомға ашыр, тип ышанабыҙ, - ти Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зөлфирә Кинйәғолова.

Ә һеҙҙең ауыл программала ҡатнашамы?  

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас