Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
17 Ноябрь 2024, 23:00

Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан Стәрлебаш районының Ҡарағош ауылынан Алина Валерий ҡыҙы Көҫәпҡолова ире Фәнил Фауил улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан Стәрлебаш районының Ҡарағош ауылынан Алина Валерий ҡыҙы Көҫәпҡолова ире Фәнил Фауил улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Туғыҙ йәшлек Данил – IV, Ислам – I класс уҡыусылары. Уларҙың һеңлеләре Мәҙинәгә өс йәш кенә. Ул балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар ата-әсәһенә һәр йәһәттән ярҙам итә, хоккей уйнарға ярата. Малайҙарға атайҙары менән балыҡ ҡармаҡлау оҡшай.

Ғаилә башлығы Фәнил Фауил улы – тормош яратҡан кеше. Уның шәхси ярҙамсы хужалығы бар. Өҫтәүенә Фәнил Фауил улы – урындағы ауыл хакимиәте депутаты ла. Йәш ғаилә балалар хәстәренә күмелеп йәшәй.

Өс бала әсәһе Алина Валерий ҡыҙы һәм конкурста ҡатнашҡан башҡа әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d..

Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: Алина Көҫәпҡолованың шәхси архивынан.     

Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Ғәзиз балалары – йәшәү мәғәнәһе
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: