Быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса 33 муниципалитетта 143 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Шул рәүешле башҡарылған эштәр 77 мең кеше йәшәгән 213 күп фатирлы йортто үҙ эсенә алған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.
“Башҡортостан ихаталары” программаһының бюджеты 2024 йылда, муниципалитеттар яғынан берлектә финанслауҙы иҫәпкә алып, миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Шуныһы мөһим: ихаталарҙы проектлағанда уларҙың тарихи ҡиммәтен һаҡлап ҡалырға, планлаштырыу буйынса һәм архитектур йәһәттән эштәрҙең юғары сифатын тәьмин итергә, халыҡ төркөмдәренең айырым мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға тырышалар.
Ирина Голованова программа тормошҡа ашырылған алты йыл эсендә 1 469 ихата төҙөкләндерелеүен билдәләне. Был биләмәләрҙә 2 442 күп фатирлы йорт урынлашҡан, уларҙа 879 мең кеше йәшәй.
2025 йылға 98 ихата биләмәһен төҙөкләндереү, программала ҡатнашыусылар һанын 33-тән 40 муниципалитетҡа тиклем арттырыу планлаштырыла.
– “Башҡортостан ихаталары” – халыҡ өсөн иң кәрәкле программаларҙың береһе. Ҡайҙа ғына барһам да, кешеләр һәр ерҙә ихаталарын тәртипкә килтереүҙе үтенә, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе республика Хөкүмәтенә бюджетты ҡарағанда был программаны тормошҡа ашырыуға мотлаҡ аҡса бүлергә һәм мөмкин булғанса уны финанслау күләмен арттырырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.