Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
19 Ноябрь 2024, 16:15

Фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов фото төшөрөү серҙәрен өйрәтте

Хеҙмәттәшебеҙҙең кәңәштәре Рәсәй – 24 каналының “Хәйерле иртә, Республика!” тапшырыуында тыңларға була

Фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов фото төшөрөү серҙәрен өйрәтте
Фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов фото төшөрөү серҙәрен өйрәтте

Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ – “Башҡортостан” гәзитенең фотохәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Айрат Билал улы Нурмөхәмәтов Рәсәй – 24 каналының “Хәйерле иртә, Республика!” тапшырыуының ҡунағы булды.

Быйыл 60 йәшен билдәләгән фотохәбәрсе Өфө ҡалаһының 450 йыллығына бағышланған “40 йыл мөғжизә эҙләгәндә” тип аталған күргәҙмә асты.

Тапшырыуҙы алып барыусы Ғәлимйән Ибәтуллин Айрат Билал улына ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләп ҡуйған ине. Тапшырыуҙы бергәләп ҡарайыҡ.
Айрат Нурмөхәмәтовтың күргәҙмәһе тураһындағы мәҡәләне түбәндәге һылтанма буйынса уҡырға мөмкин: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-08-29/40-yyl-m-zhiz-e-l-g-nd-3904020

 

Фотоһүрәт тапшырыуҙан скриншот.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: