“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан, Шаран районының Наратаҫты ауылында йәшәгән Светлана Валерий ҡыҙы менән Тимур Венер улы Яҡуповтар ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Татыу, уңған ғаиләлә дүрт ҡыҙ – Арина (16 йәш), Милана (13 йәш), Элина (6 йәш) һәм Ралина (1 йәш) үҫә. Тағы дүрт малай - Даниил (17 йәш), Рөстәм (9 йәш), Руслан (8 йәш) һәм Рамазан (2 йәш) буй еткерә.
- Ғаиләбеҙ татыу, берҙәм һәм дуҫ. Ғаиләбеҙ менән ғорурланам. Бәхетебеҙ – ул беҙ, бер-беребеҙгә яратыуыбыҙ, ярҙамыбыҙ, аңлауыбыҙ. Төрлө сараларҙа ҡатнашырға яратабыҙ, шулай итеп, балаларға хәрәкәттең тормош икәнлеген аңлатабыҙ, - тип хәбәр итте беҙгә бәхетле әсәй. – Ҡыҙҙарыбыҙға һәм улдарыбыҙға атай-әсәйебеҙ тапшырған йолаларҙы һаҡларға өйрәтәбеҙ. Һәр байрамға, шулай уҡ дини байрамдарға хөрмәт менән ҡарайбыҙ.
Даниил менән Арина – Туймазы юридик колледжы студенттары. Милана, Рөстәм һәм Руслан Наратаҫты ауылындағы мәктәптә белем ала. Элина менән Рамазан балалар баҡсаһына йөрөй, ә бәләкәс Ралина әлегә әсәһе менән өйҙә.
2018 йылда “Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия” тигән ойошма төҙөгәндәр һәм ул Шаран районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарҙа үткәрелгән хәйриә акцияларын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Һөҙөмтәлә уларҙың башланғысы менән урамдарҙа эскәмйәләр, һыуытҡыс, телевизор, көнкүреш өсөн кәрәкле әйберҙәр барлыҡҡа килгән, балалар татлы бүләктәр ала. Приюттағы балалар иһә үҙ сиратында видеороликтар, һүрәттәр төшөрә, плакаттар әҙерләй.
Ошондай матур, изге саралар биш йыл дауам итә - приютта тәрбиәләнеүселәренә баралар. Бөгөн, 19 ноябрҙә иһә, был – ҙур һәм төп йола.
Биш йыл элек Арина Шарандағы балалар сәнғәт мәктәбен “Музыкаль фольклор” белгеслеге буйынса тамамлаған. Ике йыл элек Милана ошондай уҡ белемгә эйә булған.
Яҡуповтар Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында “Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе” муниципаль спорт уйынында беренсе урын яулаған. Быйыл ғаилә “Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия” берҙәмлеге исеменән “Рәсәйгә хеҙмәт итәм” беренсе хәрби-илһөйәрлек конкурсын үткәргән.
Ике йыл элек Тимур Венер улы Яҡупов III “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсының иң йәш еңеүсеһе тип танылған. “Атай ҡаһарманлығы” дипломы һәм түшкә тағыла торған билдәһе менән наградланған. Былтыр күп балалы әсә Светлана Валерий ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Быйыл иһә Яҡуповтар Ғаилә йылына арналған “Ҡышҡы уйындар” спорт уйындарында беренселекте яулаған. Быйыл шулай уҡ “Тыныслыҡ ғаиләнән башлана” ғаилә уйынының “Өмөтлө” номинацияһында еңеүсе тип табылғандар һәм дипломға эйә булғандар.
Быйыл Даниил дуҫтары менән Шаран һыу һаҡлағысында батып барған ирҙе ҡотҡарғайны. Егет “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Һыуҙа батып барғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланған. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылған.
Шаран районындла йәшәгән Яҡуповтар ғаиләһе шул тиклем үҙенсәлекле: улар хатта 1953 йылғы “ГАЗ М20 “Победа” автомобилен реставрациялаған. Был эште улар 2021 йылда башлаған һәм 2022 йылда Техника парадында ҡатнашҡан. Шулай уҡ Рәсәй көнөнә арналған автомобилдәр уҙышында, район һәм ауыл байрамдарында ҡатнашҡандар. Әле был үҙенсәлекле автомобиль – Светлана менән Тимур Яҡуповтарҙың гаражында.
Светлана Валерий ҡыҙы һәм башҡа әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.
Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d..
Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар: Светлана Яҡупованың шәхси архивынан.