Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
19 Ноябрь 2024, 14:00

Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә  арналған конкурста ҡатнашҡан, Ейәнсура районының Юнай ауылында йәшәгән күп балалы әсә Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы һәм уның ире Марсель Ишмөхәмәтовтар ғаиләһендә ике ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Күп балалы әсә үҙе сығышы менән – ошо уҡ райондың Иҙәш ауылынан.

Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!

24 ноябрҙә күркәм байрам – Халыҡ-ара Әсә көнө билдәләнә. Ошо матур байрам айҡанлы республикабыҙҙың иң әүҙем, дәртле, таһыллы, уңған һәм күп балалы әсәйҙәре “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәрелгән “Ҡояш ғүмере теләйем” тип аталған конкурста ҡатнаша.

Йәшәү йәме - әсә булыуҙа, "атай" тип өндәшер ғәзиз кешең булыуҙа. 

Ишмөхәмәтовтарҙың өлкән улдарының исеме - Ғәлим, уға 13 йәш, Үтәғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә VII класта белем ала. Ул алгебра һәм рәсем дәрестәрен ярата: икенсе балалары – ҡыҙҙары Гөлшан - VI класта уҡый. Ул әҙәбиәт, шулай ук рәсем дәрестәрен ярата, өйҙә әсәһенең - уң ҡулы. Ҡыҙ спорт ярата, уҡыу алдынғыһы.
Өсөнсө балалары - бәләкәстәре Исламға - 10 йәш. IV класта уҡый. Ул да спорт ярата, уҡыу алдынғыһы.

Ғаилә башлығы Марсель Себергә йөрөп эшләй. Балыҡ ҡармаҡларға, техника ремонтларға ярата. Ғаиләһенең ныҡлы терәге.

- Мин үҙемде бәхетле әсәй тип уйлайым, сөнки береһенән-береһе матур өс балам, туғандарым, ниндәй генә тормош ауырлыҡтары килеп сыҡмаһын, үҙенең кәңәштәре менән иптәшем янымда.  Ауылда тырышып донъя көткән йәштәрҙең береһебеҙ, - ти Ләйсән Ишмөхәмәтова.

Өс балаға ғәзиз әсәй, уңған, тоғро ҡатын Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы һәм конкурста ҡатнашҡан башҡа әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d..

Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: Ләйсән Ишмөхәмәтованың шәхси архивынан.

 

Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Йәшәү йәме – әсә булыуҙа!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: