Башҡортостандың «Иң яҡшы комбайнсы»һы "Лада Гранта"ла йөрөйәсәк.
40 йыл буйы трактор һәм комбайн менән идара иткән эшсе ҡулдарҙа еңел автомобиль руле уйынсыҡтай өйөрөлә. Зөлфәт Шәрифғәли улы хәҙер эшкә бүләккә алған машинаһы менән генә йөрөйәсәкмен тип һөйләй.
- Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 1984 йылдан бирле тракторсы булып эшләнем. Борайға саҡыртып алып еңел автомобиль асҡысы биргәс, ҡыуаныстың сиге булманы, - ти механизатор Зөлфәт Әхмәтғәлиев.
Тракторсы-механизатор эшләгән ауыл хужалығы предприятиеһы 1928 йылдан билдәле. Кооператив малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә. Зөлфәт Әхмәтғәлиев уҙған йылда 700 гектарҙан ашыу ерҙә иген йыйып алыуға өлгәшкән.
Алдынғы механизатор атаһы Шәрифғәли Әхмәтғәли улының юлын һайлаған. 93 йәшен тултырған атаһы ла ваҡытында районда алдынғы тракторсы булған. Әле Зөлфәт Әхмәтғәлиев автомобилгә документтар әҙерләү менән мәшғүл.
Фотолар Борай районы хакимиәтенән алынды.