“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған бәйгенең буласаҡ еңеүселәренә үҙ бүләктәрен әҙерләгән стилист Лилиә Мәхмүтова үҙе лә өс бала әсәһе.
Лилиә Мәхмүтова – сихри тәбиғәтле, күлдәргә бай Әбйәлил ҡыҙы. Ошо сихрилыҡ уның барлыҡ булмышына ла күскән кеүек, шуға күрә ул стилист һөнәрен һайлағандыр.
Һәр кемдең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп, ябай һәм шул уҡ ваҡытта зауыҡлы итеп матур кейенергә өйрәтә, аксессуарҙар, аяҡ кейемен нисек һайлау серҙәре менән бүлешә. “Һәр ҡатын-ҡыҙ сибәр, үҙенә генә килешкән стилде һайларға һәм уны күркәмле иткән кейемдәр генә табырға кәрәк”, - ти ул. Ул бер нисә кейемдән дә әллә күпме образдар килтереп сығарырға була, тигән фекерҙә. Лилиә тағы ла ғаиләләр өсөн шәп стилист, шуға ғаиләгеҙҙең гардеробына иғтибар итә башларһығыҙ.
Күптәргә ғаилә менән фотосессияға барыу оҡшай, нимә кейергә тип баш ватһағыҙ, Лилиә бик матур образдар булдырырға ярҙам итер. Өҫтәүенә барыһы ла саф башҡорт телендә! Әйткәндәй, Рәсәй һәм Беларусь Республикалары форумында уҙғарылған мода күрһәтеүендә стилист булып эшләне.
Лилиә Мәхмүтова блог алып бара. Ул -вдохновение (илһам сығанағы) тип атала.
Ире Илнур менән улар өс бала тәрбиәләй. Ильяс 5-се класта гел бишле билдәләренә уҡый. Н. Сабитов исемендәге музыкаль мәктәптә ҡурай бүлегендә шөғөлләнә. “Дарман” ансамблендә бейей. Саңғы шыуырға ярата, фехтование оҡшай. Унан тыш, программирование менән ҡыҙыҡһына. Арыҫлан 3 сө класта яҡшы билдәләргә уҡый. “Салауат Юлаев” спорт мәктәбендә 4 йыл шөғөлләнә. Ул – ҡапҡасы.
Бәләкәстәре – ҡыҙҙары Асель – балалар баҡсаһына йөрөй, уға - 5 йәш, балет менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә йөрөй.
Гәзитебеҙ төркөмөндә үткәрелгән конкурста ҡатнашҡан әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.
Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d..
Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар: Лилиә Мәхмүтованың шәхси архивынан.