Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
30 Ноябрь , 07:30

Иғтибар: "Шыршы-2024” оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды!

Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған.

Иғтибар: "Шыршы-2024” оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды!
Иғтибар: "Шыршы-2024” оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды!

Башҡортостан Республикаһында “Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы “Шыршы-2024” оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды. Был хаҡта төбәктең Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

2025 йылдың 25 ноябренән 8 ғинуарына тиклем урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары коллегалары менән берлектә ылыҫлы йәш үҫентеләрҙе законһыҙ әҙерләү урындары буйынса урмандарҙа тәүлек әйләнәһенә патруль ойоштора.

Шулай уҡ улар дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа һәм урмандан сығыу урындарында Яңы йыл ағастарын ташыуҙы контролдә тотҡан стационар постар булдырасаҡ. Бынан тыш, шыршылар һатылған урындарҙа даими рейдтар үтәсәк.

– Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Әгәр законһыҙ ҡырҡыу механизмдар, автомототранспорт саралары, үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника ҡулланып башҡарылһа, граждандарҙы – биш мең һумға тиклем, юридик шәхестәрҙе 500 мең һумға тиклем штраф көтә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.

“Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә һауа бысраныуын ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: forest.bashkortostan.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: