Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
3 Декабрь 2024, 22:10

"Добрый" күңелдәрҙә ышанысты нығытты

Һалдаттарыбыҙҙы тыуған яҡтарында иҫән-һау күреүебеҙгә ифрат шатбыҙ.

"Добрый" күңелдәрҙә ышанысты нығытты
"Добрый" күңелдәрҙә ышанысты нығытты

Украиналағы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыуҙар даими ойошторола. Яугирҙәрҙе белем усаҡтарына, мәҙәниәт учреждениеларына саҡырып, әңгәмәләшеүҙәр - шуға асыҡ миҫал. Унда йәшенең дә, ҡартының да теләп ҡатнашыуы һәр йәһәттән дә отошло. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова "Добрый" позывнойлы яҡташыбыҙҙы ҡабул итте.

– Һалдаттарыбыҙҙы тыуған яҡтарында иҫән-һау күреүебеҙгә ифрат шатбыҙ, үҙ сиратында, улар ҡатнашлығындағы осрашып һөйләшеүҙәрҙе көтөп алабыҙ, – тип һөйләй Лилиә Рәмил ҡыҙы. – Уҡыусы балаларҙың ағайҙарына һорауҙары бихисап, геройҙар менән фотоға төшөргә сират хасил була хатта. Айырыуса үҫмер егеттәрҙең һалдаттарға тиңләшергә тырышыуы ҡыуандыра. Һүҙ ҙә юҡ, кемдәрҙе генә алһаң да, илһөйәрлек йәһәтенән өлгө ролен үтәйҙәр.

Әйткәндәй, ә күптән түгел район хакимиәте етәкселегенең яугирҙе мәктәп балалары менән осрашытырыуы ла хәтергә тәрән уйылған. Әлбиттә, белем биреү учреждениеһының тамаша залында иркен фекер алышыу үткәрелде. Унда хәрби темаға ҙур урын бирелде, бынан тыш һөйләшеү бүтән йүнәлештә лә барҙы. Ҡунаҡ малайҙарҙың ниндәй төр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә теләүҙәрен белеште. Иң ҡыуандырғаны шул, күптәр элиталы ғәскәрҙе һайланы. Унда әрмегә барырға уйлаймы-юҡмы тигән һорау бөтөнләй ишетелмәне. Артабан спорт залында һалдат турникта әллә күмпе тапҡыр күтәрелеп – таһыллығын, гирҙе бик күп күтәреп көслөлөгөн күрһәтте.

Лилиә Мулланурова белдереүенсә, "Добрый" район етәкселегенә шәхси һорауҙары менән мөрәжәғәт иткән. Уның менән көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелгән һәм уларҙың һәр береһе күҙәтеү аҫтына алынған.

– Ысынлап та, әле күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәк, бигерәк тә бөгөнгө ябай булмаған тормошта. "Добрый"ға ялын файҙалы итеп үткәреүен теләнек, ысынында, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Ғөмүмән, Лилиә Мулланурованың яҡташ һалдаттар менән осрашыуҙар уҙғарыуы – һоҡланғыс. Яугирҙәребеҙ – ил һаҡсылары, яҡты киләсәгебеҙ өсөн йәнен бирергә әҙер уларҙың һәр береһе. "Добрый" кеүек арыҫлан йөрәклеләр ҡулдарына мылтыҡ тотоп, Ватан сиген һаҡлағанда донъяларыбыҙ тыныс буласаҡ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: