Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
4 Декабрь 2024, 18:45

Башҡортостан – спорт үҫешкән төбәк

Реабилитация үҙәгенең эше маҡтауға лайыҡ

Башҡортостан – спорт үҫешкән төбәк
Башҡортостан – спорт үҫешкән төбәк

"Салют" балалар реабилитация комплексында Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов тренерҙар һәм спортсылар менән осрашты. Унда шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова һәм "Салют" республика реабилитация үҙәге директоры Милана Скоробогатова ҡатнашты.

– Тап реабилитация үҙәгенең эше маҡтауға лайыҡ, – тип һөйләне Руслан Таһир улы. – Мәғариф учреждениеһы өс маҡсатты күҙ уңында тота – белем биреү, социаль яҡлау һәм медицина ярҙамы күрһәтеү. Беҙҙә адаптив спорт төрө – төп иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, Башҡортостан – адаптив спорт төрө буйынса илебеҙҙә лидерлыҡты бирмәй.

Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бындай спорт төрөн иғтибар үҙәгендә тотоуын, шуның өсөн дә башҡортостандарҙың әленән-әле еңеүҙәр яулауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың һүҙҙәренә ҡарағанда, элекке спорт менән шөғөлләнеүҙе бөгөнгө менән сағыштырһаң, айырма ер менән күк араһы. Хәҙер спорт яратыусыларға һәр яҡлап та уңайлы шарттар булдырылған.

Һөйләшеүҙә спортҡа арналған видеоролик күрһәтелде, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең ҡатнашыуы иһә сараның мәртәбәһен арттырҙы. "Салют" реабилитация үҙәге директоры Милана Скоробогатова изге теләктәрен еткерҙе, барыһына ла уңыштар теләне. 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: