Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 16 декабрҙә, урындағы ваҡыт буйынса 16.30 сәғәттә Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 112 – 280-се километр участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн юл хәрәкәтенә сикләү индерелгән. Был - Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ҡасабаһына тиклемге юл. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, сикләү 17 декабрь 20.00 сәғәткә тиклем оҙайтылды.
Шулай уҡ бөгөн 20.30 сәғәттә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 67 – 204-се километрҙағы участкаһында (Архангел районы, Белорет районы) йөк һәм пассажирҙар транспорттары өсөн юл ябылды. Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 17 декабрҙең 9.00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Тағы ла Ейәнсура районының Сарабил – Ҡыуандыҡ автомобиль юлының 0 - 104-се километры участкаһында бөтә төр транспорт сараһы өсөн юл ябылды. Сикләү ваҡыты 17 декабрь 10.00 сәғәткә тиклем дауам итә.
Дәүләт автоинспекцияһы ла юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә.
– Хөрмәтле юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре! Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ҡатмарлы һауа шарттары һаҡлана: епшек ҡар, буран, күреү мөмкинлеге 300 метрға тиклем, юлдарҙа боҙлауыҡ.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында Дәүләт автоинспекцияһы экипаждарының федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарында булыуын көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Хеҙмәткәрҙәребеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы йәки юл хәле насарайыу ихтималлығы булған урындарҙа хеҙмәт итә.
Дәүләт автоинспекцияһының территориаль бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре автомобиль юлдарын баланслаусылар менән берлектә урам-юл селтәрен хәүефһеҙ хәлдә тотоу өсөн бөтә сараларҙы күрә. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, автоһәүәҫкәрҙәрҙе һауа шарттары яҡшырғанға тиклем алыҫ араларға шәхси транспортта йөрөүҙән тыйылырға саҡыралар.
Әгәр һеҙ юлда булһағыҙ, насар күреү шарттарында сабырлыҡ һаҡларға, хәүефле маневрҙарҙан тыйылырға, бигерәк тә ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙан баш тартырға кәрәк. Хәрәкәт тиҙлеге ғәмәлдәге һауа һәм юл шарттарына тап килергә тейеш.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам, – тип иҫкәртә Владимир Севастьянов.
Рәмилә Мусина фотоһы.