Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт туғыҙҙа Бүздәк – Саҡмағош автомобиль юлының 2-се километрында 59 йәшлек водитель “Рено Логан” автомобилендә 63 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән.
Водитель һүҙҙәренсә, йәйәүле тыйылған урында юл аша сығып барған булған.
Көслө бәрелештән һуң 63 йәшлек ир ваҡиға урынында уҡ вафат була. Уның өҫ кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҙа булмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу факттары йәки иҫерек водителдәр һәм йәйәүлеләр тураһында мәғлүмәт биреү өсөн һеҙ Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының ҡыҙыу элемтә телефоны аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8-347-279-32-92, шулай уҡ Telegram мессенджеры аша ла мөмкин.
Фото сығанағы: https://t.me/bash_gibdd/6942.