25 декабрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиға Рыҫбаева тыуған көнөн – 101 йәшен билдәләй. Ул Сибайҙа берҙән-бер ветеран.
Сәмиға Рыҫмөхәмәт ҡыҙы 1923 йылда Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында донъяға килгән.
1942 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. Училищены тамамлағас, 227-се дивизияның 637-се авиация-штурмлау полкына йүнәлтелә. Полк составында Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында һуғыша, авиамеханик булып хеҙмәт итә. Украина, Польша һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай.
1945 йылда демобилизациялана. Һуғыштан һуң Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләй, һуңынан Сибай руднигында.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Германияны алған өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, тыныс тормош теләйбеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.