Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
27 Декабрь 2024, 09:00

Баймаҡ башлығы райондың берҙән -бер һуғыш ветеранын ҡотланы

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ветеранды район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.

Баймаҡ башлығы райондың берҙән -бер һуғыш ветеранын ҡотланы
Баймаҡ башлығы райондың берҙән -бер һуғыш ветеранын ҡотланы

“Яңы йыл байрамдары алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Потапова Валентина Георгиевнаны етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлауы бик күңелле булды.

102-се тулы булмаған йәшендә Валентина Георгиевна аралашыу өсөн асыҡ һәм күтәренке. Уның һөйләгәндәрен өҙлөкһөҙ тыңларға мөмкин. Ветеран өлөшөнә төшкән ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Валентина Потапова тормошҡа ҡарата ыңғай һәм һөйөүҙе һаҡлап ҡалған.

Һеҙгә тыныс күк йөҙө, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тирә-йүндәгеләрҙән хәстәрлек һәм мөхәббәт теләйем. Ветерандарҙың һәр береһе беҙҙең өсөн лайыҡлы рәүештә хәрби һәм хеҙмәт батырлығы өлгөһө булып тора”,  - тип яҙған Азамат Сәфәрғәле улы үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.

Әйткәндәй, Валентина Георгиевна ла бар тиҫтерҙәре кеүек яҡты хыялдар менән йәшәй. Училищены уңышлы тамамлап, дәүләт банкында үҙенең хеҙмәт юлын башларға ашҡынып йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Яҡты хыялдар селпәрәмә килә, урамдарҙы шомло тынлыҡ ҡаплай. Ҡыйыу ҡыҙ Валентина иленә ҡайғы килгәндә ситтә ҡала алмай – ул һуғышҡа китә.

Валентина Потапова аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә. Боеприпастарҙы һаҡлай, штабта элемтәсе булып эшләй. 1943 йылда Валентина Потапованы радистар курсында уҡытып, унан Вильнюс ҡалаһына ебәрәләр. Еңеүҙе лә батыр радист Прибалтикала ҡаршылай. Һуғыш бөткәндән һуң ике йылдан ғына Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Бында ул тормош иптәше Михаил Потаповты осрата һәм улар ғаилә ҡора. Бәхетле пар биш бала тәрбиәләп үҫтерә.

Фото: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Баймаҡ башлығы райондың берҙән -бер һуғыш ветеранын ҡотланы
Баймаҡ башлығы райондың берҙән -бер һуғыш ветеранын ҡотланы
Баймаҡ башлығы райондың берҙән -бер һуғыш ветеранын ҡотланы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: