"Беҙҙең илдә бына бер нисә йыл инде матур традиция йәшәп килә – һәр календарь йыл теге йәки был темаға йәки ижтимағи тормош өлкәһенә арнала, ошо йүнәлешкә айырым иғтибар бүленә, шуға ярашлы бурыстар хәл ителә.
Беренсеһе 2008 йыл – Ғаилә йылы булды. Әйткәндәй, былтырғы 2024 йыл да ошолай аталды. Ә быйылғыһы Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Был һайлау бик асыҡ һәм бер үк ваҡытта беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик мөһим тип уйлайым, сөнки 2025 йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ.
Ватанды һаҡлаусылар йылы – бөтә донъяға үҙенсәлекле өндәмә, нацизмға ҡаршы берләшергә, тарихи ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө яҡларға саҡырыу. Айырым илдәрҙең халҡыбыҙҙың кешелекте ҡотҡарыуҙағы ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе юйырға тырышыуы фонында был айырыуса мөһим. «Офицерҙар» тигән шәп совет фильмындағы йырҙа йырланғанса: «Рәсәйҙә үҙ геройын иҫкә алмаған ғаилә юҡ». Хәҙер был һүҙҙәр Тыуған илебеҙҙең яҙмышына битараф булмаған, фашистик идеяларҙың тергеҙелеүенә йәне әсенгән һәр кемдең йөрәгендә яңғырай.
Ватанды һаҡлаусылар йылына ярашлы республикала бик күп мөһим ваҡиғалар планлаштырыла. 9 майға билдәләнгән сараларҙан тыш, быйыл июндә Башҡортостан РФ Оборона министрлығы проектына ҡушыласаҡ: бөтә муниципалитеттарҙа ла Армия мәҙәниәте көндәре үтәсәк. Шулай уҡ кире ҡайтарылған исемдәр музейын, Өфөнөң тарихи үҙәгендә музей кварталын асасаҡбыҙ. Октябрҙә режиссер Булат Йосоповтың «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» фильмы сыға. Ул Башҡортостан Башлығының гранттар фонды иҫәбенә төшөрөлә. Фильм 1944 йылда Учалы районынан дүрт йөҙ баш һыйырҙы нацистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барып, күп кешене аслыҡтан ҡотҡарған үҫмерҙәрҙең ҡаһарманлығына арнала.
Шул уҡ ваҡытта Ватанды һаҡлаусылар йылы Бөйөк Еңеүҙең юбилейын ғына күҙ уңында тотмай. Беҙ бөтә геройҙарҙы иҫләргә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ. Илебеҙ өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙы ла, бөгөнгө Рәсәй һаҡсыларын да, махсус хәрби операция һалдаттарын да. Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауын әле лә ишетәбеҙ, ул беҙгә хәҙерге яу яландарынан ишетелә. Шуға күрә 2025 йыл Башҡортостанда Радий Хәбировтың Указына ярашлы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ, тип ышанам. Һәләк булған геройҙарҙы хөрмәт менән иҫкә алыу һәм иҫәндәренә ярҙам итеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ!” - тип яҙҙы Андрей Назаров.