Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
19 Ғинуар , 10:00

"Раҡиям менән бәхетле булған нигеҙгә хыянат итмәйем"

Быйыл Бөйөк Еңеүгә 80 йыл була. Ветерандарыбыҙ ҙа аҙ ҡалды инде. Әммә улар бар әле. Шуларҙың береһе - Әбйәлил районынан 99 йәшлек олатайға байтаҡ ауырлыҡтар күрергә, хатта әсирлектә булырға тура килә. Был ҡурҡыныс мәлдәр тураһында ул беҙҙең үҙ хәбәрсебеҙгә бына ниҙәр һөйләгән. 

"Раҡиям менән бәхетле булған нигеҙгә хыянат итмәйем"
"Раҡиям менән бәхетле булған нигеҙгә хыянат итмәйем"

Дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы Ишҡол Мәхмүтов – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы уҙаманы. 99 йәшлек олатайға һуғыш осоро ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға ла, ҡанлы бәрелештәрҙә булырға ла, дошмандар ҡулына эләгеп, төрлө михнәттәрҙе үтергә лә тура килгән. Әммә йәшәүгә ышанысы, тыуған яғына иҫән килеш әйләнеп ҡайтыу теләгенең көслө булыуы уға бар һынауҙарҙы йырып сығырға көс һәм дәрт биргән. Бөгөн ул – бәхетле атай һәм олатай, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй, уларға өлгө булып тора.

Сираттағы командировкала булғанда, Әбйәлил районы Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, Ҡаҙмаш урта мәктәбе директоры Зариф Атауллиндар менән ауылда берҙән-бер (Авторҙан: районда улар ни бары икәү) Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән йортто ла урап үтә алманыҡ. Тиҙҙән 100 йәшен билдәләргә йыйынған Ишҡол Мәхмүтов беҙҙе ирәбе генә шаяртып, күтәренке күңел менән ҡаршы алды.

Һуғыштың тәүге көндәренән үк ҡулына мылтыҡ алмаһа ла, быуындары ҡатып та етмәгән үҫмергә һалдат һурпаһын татырға тура килә. 1943 йылда ете класс тамамлаған Ишҡол Хәмзә улы көҙөн әрме сафына алына. Алкин станцияһында буласаҡ һалдаттарҙы хәрби әҙерлеккә өйрәтеп, декабрь уртаһында фронтҡа оҙаталар. Смоленск өлкәһенә юлланасаҡ эшелондарға тейәлгән буласаҡ һалдаттар алда үҙҙәрен нимә көтәсәген уйлап та бирмәгәндер.

– Дим буйынан ултырып сығып киттек тә, ҡайҙа алып барғандарын да белмәй, бик оҙаҡ барҙыҡ. Ашау яғы наҡыҫ, көнөнә бер аҙ икмәк менән өйрә бирәләр, шуның менән вәссәләм. Аҙаҡ аңлауыбыҙса, беҙҙе урманға урынлаштырҙылар, партизандар кеүек бер аҙ ятырға тура килде, Эстонияла икәнебеҙҙе белдек. 516-сы дивизияла хеҙмәт иттем. Күбеһенсә төнөн траншеялар ҡаҙыйбыҙ, Ригаға сыҡҡан юлды һаҡлайбыҙ. Көндөҙ ҙә, төндә лә өҫтөбөҙгә ҡурғаш ямғыры кеүек снарядтар яуа, кемдең ҡайҙа икәнлеген дә белеп булмай. Снаряд тейеп, контузия алған һалдаттарҙың ҡысҡырыуы тиһеңме, үле кәүҙәләрҙең тәгәрәп ятыуы аңлата алмаҫлыҡ бер мәхшәр ине. Ул ваҡыттар оҙаҡ йылдар төшкә кереп, йөрәктәрҙе телгеләне, – тине әңгәмәсем. – Мин күргән-кисергәндәрҙе хәҙер һөйләһәм, кеше ышанмай ҙа. Нисек итеп барыһына ла түҙгәнмендер, тип уйлап ҡуям.

1944 йылдың июль айында улар ҡамауҙа ҡала. Дошмандар, әсиргә эләккән һалдаттарҙы һыу аҫты кәмәләренә ултыртып, Дрезден ҡалаһындағы тотҡондар лагерына алып килә. “Өс ай самаһы туҡмап эшкә алып барҙылар, саҡ ҡына хәлең булмаһа, фашист винтовкаһы менән күкрәкте бәргесләргә тотонор ине. Үлән һурпаһы менән күгәргән икмәк ашап, сыҡмаған йәнде саҡ алып йөрөнөк. Күпме михнәттәр аша үтелде, ҡыҙым, хатта иҫләге лә килмәй”, – ти һуғыш ветераны.

1945 йылдың апрель айында тотҡонда булған совет һалдаттары ҡотҡарыла. Әммә төрлө һынауҙар аша үткән, дошмандарҙың мыҫҡыллауҙарын һәм йәберләүҙәрен йәндәре һәм тәндәре аша кисергән, сабырлыҡтың тере өлгөһө булған һалдаттарҙы йәнә икенсе һынау көтә. Уларҙың барыһы ла Белоруссияға хеҙмәт лагерына ебәрелә.

– Тотҡондан ҡотолоп, тамаҡ аҙыраҡ ашҡа туйғас, бер аҙ һаулыҡ та шәбәйҙе. Ҡыйралған йорттарҙы таҙартабыҙ, төҙөлөш эштәрендә булдыҡ. Башҡорттоң ат яратҡанлығын белделәрме икән, аҙаҡ мине ат менән офицерҙарҙы алып йөрөтөргә ҡуштылар. 1946 йылда ялға ҡайтарҙылар. Асҡарҙан йәйәүләп тигәндәй ауылға ҡайтып киләм. Юлда берәү осраны, яҡынайғас, атайым икәнлеген сырамыттым. Күрештек, танымай был мине. Шулай ҙа йөҙөмә ныҡлап ҡарай, мин өндәшмәйем. Шунан минән һорай: “Кәпәсеңде систереп ҡарарға буламы?” – ти. Систем, маңлайымда миң бар. Аҙаҡ йәнә бер-ике һорау бирҙе. “Нисә кеше әсиргә эләктегеҙ?” – ти. “Ун бер”, – тинем. “Дөрөҫ әйттең бит”, – тип мине хәлһеҙ генә ҡулдары менән матҡып ҡосаҡлап алды. Баҡтиһәң, минән хат булмағас, ауылдағы бер инәй уға: “Ҡайтыр улың, тик яңғыҙы түгел, икәүләп”, – тип әйтер була. Аҙаҡ “Ниңә яңғыҙ ҡайттың? Килен ҡайҙа һуң?” тип һорауы тап шунан булған икән, – тип хәтирәләрен яңыртты әңгәмәсем.

Ысынлап та, күрәҙәсе атаһына хаҡ әйткән. Тап ошо яҡтарҙа Ишҡол Мәхмүтов үҙенең ғүмерлек юлдашын осрата. Атаһына кулак мөһөрө һуғылған Илеш районы ҡыҙы Раҡия менән сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаилә 1950 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

Ҡайтҡас та еңелдән булмай тормош. Төрлө һынауҙар осрай, ауырлыҡтарға ла юлыға улар, әммә бешеккән һуғыш ветераны бирешмәй: матур итеп донъя көтә, дүрт бала үҫтерәләр. 62 йыл рәттән Раҡияһы менән иңгә-иң терәп бәхетле ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәй мәрхүмә инде. Шулай ҙа Ишҡол Хәмзә улы хәләле менән донъя көткән, бәхетле минуттар кисергән йорт нигеҙен ташлап китергә ашыҡмай, бер үҙе йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй. Янында көн иткән улдары һәр көн килеп хәлен белә, килендәре аш-һыуҙан өҙмәй, ейән-ейәнсәрҙәре бар яҡлап ярҙам күрһәтә.

– Ниндәй ауыр саҡтарҙа ла Тыуған илемә хыянат итмәнем, бар ауырлыҡты лайыҡлы үткәрҙем. Балаларҙың һәр береһе үҙ янына йәшәргә саҡыра, әммә мин Раҡиям менән бәхетле булған ошо нигеҙемә нисек хыянат итәйем? – ти Ишҡол Мәхмүтов.

Бөгөн дә илебеҙ тыныс түгел: тарих ҡабатлана, яуҙа күпме һалдаттарыбыҙ һәләк була. Шуға күрә ҡарт яугирҙең борсолоуҙарын аңларға була, ни тиһәң дә, уға Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн күпме михнәттәр аша үтергә тура килә.

Ветеранға ҡарап, уға һис тә 99 йәш тип тә әйтмәҫһең! Зиһене теүәл, күҙҙәре үткер, теләктәре изге. Һәр көнгә ҡыуанып йәшәй, һәр минуттың ҡәҙерен белә. Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотларға тағы ла киләсәкбеҙ әле тип, Ҡаҙмаш ветеранына артабан да ныҡлы һаулыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләп, уның йортонан сыҡтыҡ.

Автор фотолары.

"Раҡиям менән бәхетле булған нигеҙгә хыянат итмәйем"
"Раҡиям менән бәхетле булған нигеҙгә хыянат итмәйем"
"Раҡиям менән бәхетле булған нигеҙгә хыянат итмәйем"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: