Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
20 Ғинуар , 19:00

Путин түләүҙәрен кемдәр аласаҡ?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһындағы указ сыҡты.

Путин түләүҙәрен кемдәр аласаҡ?
Путин түләүҙәрен кемдәр аласаҡ?

Башҡортостанда Еңеү юбилейына алты меңдән ашыу ветеранға Владимир Путин указы буйынса түләүҙәр атҡарыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Билдәләнеүенсә, ветерандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата дәртләндереү 2025 йылдың апрель – майында түләнәсәк. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә уларҙы юбилей миҙалы менән бүләкләйәсәктәр. Миҙалда Рейхстаг бинаһына Еңеү байрағын ҡаҙаған һалдат һүрәтләнгән.

– Башҡортостанда әле 120 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бәлиғ булмаған 44 концлагерь тотҡоно һәм алты меңдән ашыу тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Улар - батырлығы, ҡаһарманлығы, Ватанға тоғролоғо менән бөгөнгө яугирҙәребеҙҙе рухландырыусы кешеләр. Дәүләт Башлығы билдәләүенсә, ветерандар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы байрамында төп ҡатнашыусылар буласаҡ, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына йәки уларҙың тол ҡатындарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, ветерандар, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында, Финляндия, Японияға ҡаршы һуғыштарҙа һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йәки Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары был аҡсаны аласаҡ.

Ошо уҡ сумманы ул ваҡытта бәлиғ булмаған концлагерь, гетто һәм башҡа шундай урындарҙағы тотҡондарға түләйҙәр.

Илдең хоҡуҡи акттар порталында баҫылған указда 18 йәштән уҙған концлагерь, гетто һәм төрмә тотҡондарына, шулай уҡ 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем, СССР-ҙың ваҡытлыса оккупацияланған территорияларында эшләү осорон иҫәпкә алмағанда, алты айҙан кәм булмаған ваҡыт эсендә тылда эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына; һуғыш осоронда фиҙакәр хеҙмәт өсөн СССР-ҙың ордендары йәки миҙалдары менән бүләкләнгән кешеләргә 55 мең һум түләнә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы (архивтан алынды).

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: