Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
29 Ғинуар 2025, 17:00

95 йәшлек инәй бөтәһен дә хәтерләй

"Ғаиләлә ете бала үҫтек, бер ағайым һуғышта хәбәрһеҙ юғалды. Уның яҙған хаты ауыл музейында һаҡлана. Һуғыш осоронда бик бәләкәй булһам да, уның ауырлыҡтары бер ҙә күңелемдән юйылмаған. Әсәйҙәр  көлтә бәйләгәндә уларҙы өйөргә ярҙам итә торғайныҡ.  Көлтәләргә көс тә етерлек түгел ине..."

95 йәшлек инәй бөтәһен дә хәтерләй
95 йәшлек инәй бөтәһен дә хәтерләй

Миәкә районындағы Өршәкбаш-Ҡарамалыла йәшәгән 95 йәшлек Хәлимә Ҡусҡарова – ауылдағы иҫән ҡалған берҙән-бер тыл хеҙмәтсәне. Был яҡҡа юл төшкәс, уның менән дә күрешеү теләген белдерҙек.

Йылдар үҙенекен итә. Ҡасандыр ныҡлы баҫып, гөрләтеп донъяһын көткән инәй олоғая бара. Улы Рәмил, килене Әлмира тәрбиәһендә ҡәҙер-хөрмәттә, уларға рәхмәтле булып  ғүмер итә ул. Әйткәндәй, Әлмираның был йортҡа килен булып төшөүенә 33 йыл булып киткән. Шул осорҙан бер уйлы булып бер төптән ғүмер итәләр.

– Ҡәйнәмә рәхмәт. Улдарымды ла ҡарашып үҫтерҙе. Йорт тирәһендәге бөтә эште башҡарҙы. Уның файҙаһын күп күрҙек, – тип һүҙгә ҡушылды килене.

Әйткәндәй, Хәлимә инәй үҙе лә заманында әсәһен 100 йәшенә тиклем ҡараған. Донъя – ҡуласа, тигәндәй, бөгөн үҙе балаларының ихтирамында йәшәүенә был йоғонто яһамай ҡалмағандыр.

Бала саҡ, үҫмер йылдарын иҫкә алыу менән Хәлимә Ғәбдрәхим ҡыҙының хәтирәләре ағылды ла ағылды.

– Ғаиләлә ете бала үҫтек, бер ағайым һуғышта хәбәрһеҙ юғалды. Уның яҙған хаты ауыл музейында һаҡлана. Һуғыш осоронда бик бәләкәй булһам да, уның ауырлыҡтары бер ҙә күңелемдән юйылмаған. Әсәйҙәр  көлтә бәйләгәндә уларҙы өйөргә ярҙам итә торғайныҡ.  Көлтәләргә көс тә етерлек түгел ине. Ауырлыҡты күп күрҙек инде. Баҫыуҙа эшләгән трактор алдынан фонарь яҡтыртып барғандарҙы ла оноторлоҡ түгел. Серек бәрәңге, балтырған ашап көн иттек, сабата кейеп үҫтек. Шулай булһа ла, һуғыштағы һалдаттарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыштыҡ. Майын, йомортҡаһын, йөн ойоҡтар бәйләп, оҙаттыҡ. Һуғыш бөткәс, Свердловск яҡтарына урман киҫергә ебәрҙеләр. Бер минут та эшһеҙ торған булмағандыр, – тип һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙы бәйән итте Хәлимә Ҡусҡарова.

Тормош иптәше Сәрүәр Сәйфулла улы менән биш бала – бер ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хеҙмәте менән дә , тормошо менән дә өлгөлө булалар. “Әсәлек даны” миҙалы, “Хеҙмәт ветераны” тигән исем ошоларға дәлил булып тора.  Бөгөн, Хәлимә инәй улының ғаиләһе тәрбиәһендә ғүмер итә. Дүрт ҡыҙының икәүһе иһә ауылда йәшәй,  өсөнсөһө ошо уҡ районда төпләнгән, дүртенсеһе Салауат ҡалаһында. Улар ҙа ғәзиз әсәйҙәрен иғтибарҙан өҙмәй.

Һуғыш михнәттәрен иҫенә төшөргәндә, бөгөнгөбөҙгә ҡарата шөкөр итеүе лә урынлы булды.

– Әле май өҫтөндә һымаҡ йәшәйбеҙ. Тормошобоҙҙоң ҡәҙерен генә белергә кәрәк, – ти ул.

Ауырлыҡтарҙы сабыр ғына үткәргән, шөкөр итә белгән  Хәлимә Ҡусҡароваға 100 йәшен дә ҡаршыларға яҙһын.

 Автор фотоһы.

 

95 йәшлек инәй бөтәһен дә хәтерләй
95 йәшлек инәй бөтәһен дә хәтерләй
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас