Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
30 Ғинуар , 12:00

"Атайҙар һәм уландар" йыр бәйгеһе ойошторола

Ирҙәр ил яҙмышына битараф түгел.

"Атайҙар һәм уландар" йыр бәйгеһе ойошторола
"Атайҙар һәм уландар" йыр бәйгеһе ойошторола

Яңыраҡ “Айыҡ ауыл-2024” конкурсының республика этабында ҡатнашҡан Белорет районының Инйәр ауылында “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә “Йәмғиәттә Ватанды һаҡлаусыларҙың тотҡан урыны” тигән семинар-конференция уҙҙы.

Ҡунаҡтарҙы район мәҙәниәт йорто фойеһында йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Шулай уҡ махсус хәрби операцияға әйберҙәр әҙерләгән ҡатын-ҡыҙҙар күргәҙмә, оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.

Был сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республикаһының “Ирҙәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы” дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтының төп ғилми хеҙмәткәре, социаль-мәҙәни анализ үҙәге мөдире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова, Белорет районының ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһының делегаттары, Белорет ҡалаһындағы урта һөнәри уҡыу йорттары директорҙары, мәғариф идаралығы начальнигы Эдуард Камалов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Алена Күсәрбаева “Йәмғиәттә Ватанды һаҡлаусыларҙың тотҡан урыны” семинар-конференцияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп: “Беҙҙең ир-егеттәребеҙ Тыуған илде, беҙҙе һаҡлай, ә беҙ тылды һаҡларға тейешбеҙ”, – тине.

Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү сығышында: “Киләсәктә "Ирҙәр ҡоро" уңышлы эшләһен, тип теләйбеҙ. Етәксе органдарҙа ла ир-егеттәр күберәк булырға, Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләүҙе лә улар үҙ ҡулына алырға тейеш. Ир-егеттәргә юл асайыҡ”, – тип белдерҙе.

Дәүләт Думаһы депутаты, республикаһының “Ирҙәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров республикала ошо ойошманың эшмәкәрлеге һәм уның йәштәрҙе тәрбиәләүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне. Шулай уҡ быйылға йәмәғәт ойошмаһының пландары менән уртаҡлашты.

– Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Атайҙар һәм уландар” йыр бәйгеһе ойошторасаҡбыҙ. Атайҙар менән улдар илебеҙ тураһында йыр башҡарасаҡ. Бәйге тәүҙә һәр районда уҙасаҡ, унда еңеүселәр республика кимәлендә сығыш яһаясаҡ. Гала-концерт Өфөлә уҙасаҡ. Беҙ атайҙар һәм улдар хоры ойоштороп, бергәләп Бөйөк Еңеү тураһында йыр башҡарасаҡбыҙ.  

Ауыл биләмәһе башлыҡтары депутатҡа ауыл-ҡалаларҙа аҙым һайын араҡы-шарап, һыра һатҡан магазиндарҙың асылыуы хаҡында зарланып һөйләне. Шулай уҡ районда урмандарҙы ҡуртымсылар аяуһыҙ ҡырҡыуын дауам итеүҙәре хаҡында ла сығыш яһанылар.

Сараның модераторы, “Ирҙәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Раян Миһранов сығышында “ата-әсәләр үҙҙәре балаларға өлгө булырға тейеш” тип билдәләне, шулай уҡ һәр эшкә балалар менән бергә йөрөүҙең тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур булыуы хаҡында ла һөйләне.   

Семинар-конференция аҙағында “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһының Белорет районындағы бүлексәһе етәксеһе Дим Йомағужин башҡарған эштәренә йомғаҡ яһаны һәм, һаулыҡ торошона бәйле, үҙенең вәкәләттәрен һалыуы тураһында белдерҙе. Зариф Байғусҡаров Дим Басир улына намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы. Ә райондың Ирҙәр ҡорона яңы етәксе итеп Белорет металлургия колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Рәмил улы Байназаровты һайланылар. Йәш етәксе киләсәктә йәмәғәт эшенә йәштәрҙе күберәк йәлеп итәсәге тураһында сығышында һөйләне.

Алена Күсәрбаева, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы:

– Яҡташыбыҙ Раян Нурулла улы Миһрановҡа,  ауыл биләмәһендәге ойошмаларға, бағыусыларыбыҙға, йәмәғәт ойошмаларына, халҡыбыҙға, район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтарына ярҙамдары өсөн айырым рәхмәт. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә һаулыҡ, именлек булып ҡайтһын, йомарт ҡулдарығыҙҙың файҙаһын күрегеҙ. Дөйөм эшкә индергән өлөшөгөҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт!

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: