9 май - Еңеү көнө
30 Ғинуар 2025, 05:00

Таңғы сәғәт 4-тән тороп...

Биш йәшендә үк баҫыуҙа көрәк менән ер ҡаҙып, эшләгәне өсөн бер ус он ала.

Таңғы сәғәт 4-тән тороп...Таңғы сәғәт 4-тән тороп...
Таңғы сәғәт 4-тән тороп...

Оло быуын кешеләре  – сабырлығы, егәрлелеге менән өлгө. Булғанына шөкөр итәләр, ауырлыҡтарҙы сабыр ғына үткәрә беләләр.

Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында бала сағы һуғыш ваҡытына тура килгән Миңнекәй Кәримова менән танышыу тормош, йәшәү ҡәҙерен нығыраҡ тойорға ярҙам итте.

Рәсми исеме Тәскирә булһа ла, миңле генә ҡыҙын әсәһе гел Миңнекәй тип йөрөткәс, ауылда ла уны Миңнекәй тип беләләр. Йөҙөнән нур бөркөп торған, мөләйем йөҙлө апайға был исеме, ысынлап та, килешеп тора.

Тыумышы менән ул эргәләге Байтимер ауылынан. 1959 йылда Өршәкбаш-Ҡарамалыға килен булып төшә. Хәҙер 65 йыл инде ошонда йәшәй. “Тыуған ауылым һымаҡ ҡәҙерле миңә Өршәкбаш-Ҡарамалы”, – ти ул, йылмайып.

Үкенескә ҡаршы, ире генә был яҡты донъянан  54 йәшендә китеп барған. Шулай булһа ла, тормош иптәше менән ҡорған донъяның йәмен, ҡотон һаҡлап, әле лә матур итеп ғүмер итә. Дүрт ҡыҙҙары –  Гөлнур, Миңлегөл, Рауза, Рәүиә – һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡорған, икәүһе ауылда төпләнгән. Ҡыҙҙары әсәйҙәрен иғтибарҙан өҙгәне  юҡ. 85 йәштә булһа ла, Миңнекәй инәй үҙе лә ярҙам көтөп ултырмай: өй эсе лә бөхтә, таҙа, ҡарҙы ла көрәп  ҡуя.

Әңгәмәбеҙ үҙенән-үҙе уның балалыҡ, йәшлек йылдарына бәйләнде.

Уңған ғаиләлә тыуып үҫә ул. Атаһы колхоз рәйесе булып эшләй, әсәһе лә хужалыҡта хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Миңнекәйгә ике генә йәш була. Бер туған ағаһы фронтҡа китә. Бәләкәй  булһа ла, һуғыш осорондағы тормош хәтеренә һеңеп ҡалған.

– Бәләкәй килеш әсәйемә ярҙам итеп йөрөгәнем күҙ алдымда. Элек уңышты йыйғас, баҫыуҙа ерҙе ҡаҙып ҡуялар ине. 1944 йылдар булғандыр, әсәйемә эйәреп, баҫыуға барып, окоп көрәге менән ер ҡаҙып йөрөнөм. Эшләгән өсөн бер кешегә бер ус самаһы он бирҙеләр, бәләкәй булһам да, мине лә өлөшһөҙ ҡалдырманылар. Әсәйем менән икебеҙгә ике оло ҡалаҡ ҡап-ҡара он алып ҡайта инек.

Ете класты тамамлағас, эшкә керҙем. Әле лә хәтеремдә: ирҙәр таш сығара, ә беҙ, ҡыҙҙар, көс еткәндәрен  өйәбеҙ. Элек тәртип көслө ине. Эскелек, урлашыу тигән нәмә юҡ. Шул таштарҙан Байтимерҙә сусҡа аҙбары төҙөнөк. Ирҙәр һала, беҙ иҙмә яһап, носилка менән ташып торҙоҡ. 14-15 йәштәрҙә ошондай ауыр эштәрҙе башҡарҙыҡ. Оло апайҙар бесән сабырға ла өйрәтте, – тип шул йылдарҙы хәтерләне.

Ул заманда бөтә нәмә ҡул көсө менән  башҡарыла. Кейәүгә сыҡҡас, йорттарын да урман ҡырҡып һалалар.

– Әле йәшәгән өй 1960 йылда һалынды. Борон иремдең ҡартатаһының ғаиләһе лә ошо нигеҙҙә ғүмер иткән. Уны ла 96 йәшенә тиклем беҙ ҡараныҡ, 22 йыл бер йортта ғүмер иттек. Был нигеҙ шулай быуындан-быуынға күсә барған. Нисек итеп йорт төҙөгәнебеҙ ҙә хәтерҙә. Барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылды, хатта бүрәнә араһына ҡуйыр өсөн сүсте лә үҙебеҙ эшләнек. Тауҙан ат менән етен үләнен алып ҡайтып, унан сүс яһап,  бүрәнә араһына һалдыҡ. Шулай тырышлыҡ менән донъя көттөк, – ти Миңнекәй инәй.

Ире тәүҙә бухгалтер булып эшләй, аҙаҡ сауҙа өлкәһенә күсә. Миңнекәй инәй үҙе лә 18 йыл һатыусы булып эшләй, магазин мөдире вазифаһын да башҡара. “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” тигән миҙалы уның хеҙмәт йылдарының хәтирәһе булып һаҡлана. “Социалистик ярышта еңеүсе “ тигән исемгә лә лайыҡ була. Билдәләнгән планды, бурысты һәр ваҡыт намыҫ менән үтәй.

– Таңғы сәғәт 4-тә тороп, толоптарға төрөнөп, йөк машинаһына ултырабыҙ ҙа Стәрлетамаҡ баҙарына һатыу итергә бара инек, – тип планды үтәр өсөн тырышҡан саҡтарын иҫләне әңгәмәсем.

Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған Миңнекәй инәй балаларына ла лайыҡлы тәрбиә бирә.

 –“Үҙегеҙгә ҡыйын булһа ла, кешегә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ” тине һәр ваҡыт әсәйебеҙ. Үҙе лә егәрле булды, беҙҙе лә эшкә өйрәтте, – тип һөйләне Миңнекәй Закир ҡыҙының балалары. 

Яҡындарын ғына түгел, ауылын, ауылдаштарын, тормошто яратып оло йәштә лә матур итеп донъя көткән инәйгә киләсәктә лә  сәләмәтлек теләйбеҙ.

 Автор фотоһы.

   

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас