9 май - Еңеү көнө
30 Ғинуар 2025, 16:00

Яҡташ батырҙы онотмайҙар

Тыуған ерендә уның исеме мәңгеләштерелгән  

Яҡташ батырҙы онотмайҙарЯҡташ батырҙы онотмайҙар
Яҡташ батырҙы онотмайҙар

Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин тураһында бала саҡтан уҡып, белеп үҫһәк тә, быға тиклем бер тапҡыр ҙа уның тыуған ауылында булырға тура килмәне. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршы алыуыбыҙ ошо мөмкинлеккә юл асты. Ул тыуып үҫкән төбәккә – Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылына ашҡыныу менән барҙым.

 Ғалим йә батыр булыр, ти кендек инәһе

Ауыл менән танышыуым геройҙың музейынан башланды. Был музей 1965 йылда мәктәптә барлыҡҡа килә. Тәүҙә экспонаттар бәләкәй генә класта урынлаштырыла. 1976 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан батырҙың тыуған ауылында музей төҙөргә тигән ҡарар сығарыла һәм 1978 йылда айырым бинала ул эшләй башлай. Күпмелер ваҡыттан һуң бина иҫкерә, музейға яңы урын талап ителә. Мәсьәлә ыңғай хәл ителә, район хакимиәте мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында бүлмә бирә.

Бөгөн бында өс зал эшләй: күргәҙмәләр, этнография һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға, шулай уҡ һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарға арналған бүлмәләр. Был яңыртылған музей 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын ҡаршы алғанда асыла.

Беҙҙе 31 йыл ошо музейға етәкселек иткән Миңлегөл Әбдрәхимова бик ихлас ҡаршы алды, ул бындағы һәр ҡомартҡы тураһында әллә күпме һөйләй ала. 

Миңлеғәли ҡасандыр уйнаған гармун, уның үҙ ҡулдары менән эшләгән фоторәсем өсөн рамка, ул уҡыған парта, тыуыу тураһындағы таныҡлығы... Уларға ҡарап үҙеңдән-үҙең тәрән хәтирәләргә сумаһың. Миңлегөл Шәрип ҡыҙының һөйләгәндәре Миңлеғәлиҙең бала саҡ осорона алып ҡайтты.

– Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың ата-әсәһе ябай колхозсылар була. Атаһы ат ярата, ҡартайғанда ла янғын һүндереү часында ат ҡараусы булып эшләй. Әсәһе колхозда төрлө эш башҡара, һуғыш ваҡытында фронтҡа посылкалар ебәреүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ғаиләлә ике бала үҫә. 1917 йылғы ағаһы Тимерғәли һәм 1921 йылғы Миңлеғәли. Шуныһы үҙенсәлекле: өлкәне – Октябрь революцияһы еңгән көндә, кесеһе 8 мартта тыуа. Балаларҙы ҡабул итеп алған Мәсриә исемле кендек инәһе геройҙың әсәһенә шул ваҡыт түбәндәгеләрҙе әйтә. “Улыңдың башында сәсе башланып киткән ике түбәһе  бар. Ул ике ғүмер йәшәр, йә ғалим, йә батыр булыр. Һин уға Миңлеғәли тип исем ҡуш”, – тип әйтә. Әбейҙең әйткәндәре юш килә. Үҙенең ғүмере 23 йыл ғына булһа ла, уның исеме халыҡ күңелендә, халыҡ хәтерендә йәшәүен дауам итә.

Ағаһы Тимерғәли тураһында ла әйтеп үткем килә. Туған мәктәбендә уҡығандан һуң, ул Стәрлетамаҡта ФЗУ-ла белем ала. Ауылға ҡайтып, бер нисә ай ғына эшләүгә, уны армия сафына алалар. Шул ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Уның хаҡында “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ ғына килә. Аҙаҡ төрлө сығанаҡтарҙан эҙләп, асыҡлаусы мәғлүмәттәр таптыҡ. Ул пулеметсыларҙың  бүлексә командиры булған. Күрһәткән батырлығы өсөн  “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” тигән миҙал менән дә бүләкләнгән, – тип күптәнге ваҡиғаларҙы ла бөгөнгө һымаҡ йәнле итеп һөйләне әңгәмәсем.

Тыуған көнөндә һәләк була

Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин бала саҡта ниндәй булған? Ауылдаштары, уҡытыусылары хәтерендә ниндәй хәтирәләр йәшәй? Ошо турала ла һорауыбыҙҙы ла Миңлегөл Шәрип ҡыҙына бирмәй булдыра алманыҡ.

– Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин туғыҙ йәшендә мәктәпкә йөрөй башлай. Уларҙың өйҙәре тыҡрыҡ эсендә генә, мәктәпкә яҡын  урынлаша. Уның тәүге уҡытыусыһы Мәрйәм Арапова була. Ҙурыраҡ кластарҙа  Зоя Йыһаншина  белем бирә. Уҡытыусыларының хәтерләүе буйынса, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин бәләкәйҙән бик отҡор, зирәк була. Өйҙә дәрестәрен әҙерләмәгән хәлдә лә, икенсе көнөнә, уҡытыусының һөйләгәнен хәтерендә ҡалдырып, яҡшы билдәләргә яуап биргән. Ҡыҙҙарҙың сәс таҫмаларын партаға бәйләп ҡуйып шаярған мәлдәрен дә иҫкә алалар.

 Беренсе тапҡыр ауылға Чапаев тураһында кино килтереп күрһәткәс, ауыл малайҙары, ике командаға бүленеп үҙҙәре ағастан мылтыҡ, ҡылыстар эшләп, “аҡтар-ҡыҙылдар” булып уйнай башлай. Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин етәкләгән команда күп осраҡта еңеп сыға торғайны, тип хәтерләй һуңынан геройҙың класташтары. Мәктәптән һуң Миңлеғәли Әшә металлургия комбинатында бер аҙ эшләгәс,  Баҡы ҡалаһына сығып китә. Кистәрен нефть техникумында уҡый, көндөҙ эшләй. Шул ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы башланып,  тәүге көндәрҙән үк үҙен фронҡа ебәреүҙәрен һорап хәрби комиссариатҡа бара. Тиҙ генә  ебәрмәйҙәр. Һуңынан егет маҡсатына өлгәшә. Командирҙар әҙерләү курсын тамамлап, 1942 йылда фронтҡа китә, – тип яугирҙең тормош һәм яу юлын ентекле итеп һөйләне музей етәксеһе. – 1943 йылдың июненән ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем 109-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 309-сы гвардия полкында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Мелитополь ҡалаһын азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

 1944 йылда беҙҙең ғәскәрҙәр алға бара, немецтар сигенә. Миңлеғәле хеҙмәт иткән полк шул осорҙа Украинаның Дудчаны менән Рядовое ауылдары араһындағы ерҙәр өсөн ҡаты көрәшә.  Дошмандар, үҙҙәренең ут нөктәләрен ҡалҡыулыҡтарға ҡуйып, беҙҙең ғәскәрҙәрҙе ус төбөндәге кеүек күҙәтеп тора. Шуға ла беҙҙекеләр биш көн дауамында алға китә алмай. Шул ваҡытта Миңлеғәли Ғәбәйҙуллиндың командиры яугиргә дошман нөктәһен юҡ итеп, алға барыр өсөн юл асырға, тигән бурыс ҡуя.

 8 мартта, үҙенең тыуан көнөндә, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин иптәштәре менән һөжүмгә күтәрелә. Шул ваҡытта ҡаты яралана, ләкин дошмандың ут нөктәһенә тиклем барып етә һәм немец амбразураһын   кәүҙәһе менән ҡаплай.

Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы егете тыуған көнөндә батырҙарса һәләк була.  Ошо көндә Дудчаны ауылы немецтарҙан азат ителә. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға был батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.

Геройҙың һәләк булыуы тураһында хәбәрҙе ауылға колхоз  рәйесе алып ҡайта. Ул ваҡытта Миңлеғәлиҙең батырлығы тураһында белмәйҙәр. Һуңынан батырҙың командиры, майор Николай Пеньков ауылға хат яҙа. Унда Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы егетенең батырлығы тураһында бәйән ителә һәм ошондай ҡаһарман ул үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерелә.

Геройҙың исеме, ысынлап та, онотолмай. Колхозға батырҙың исеме бирелә. Бөгөн ул йәшәгән урам уның исемен йөрөтә. Район үҙәгендә лә, Өфөлә лә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин урамдары бар.

Батыр яҙған шиғырҙар ҙа һаҡлана

Тыуған ауылындағы музейҙа ла яҡташтары батыр тураһында ҙур мәғлүмәт туплауға өлгәшкән. Бында хатта Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың бала саҡта яҙған шиғырҙары ла урын алған. Батыр һуғышҡан Украинаның Херсон өлкәһенән табылған һалдат каскаһы, штык, пулемет дискылары,  котелок, кружка кеүек  ҡомартҡылар ҙа һаҡлана.

Геройҙың исемен мәңгеләштереүгә билдәле яҙыусы Яныбай Хаматов та ҙур өлөш индерә. Ул, 1976 – 78 йылдарҙа Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылына килеп, Украинаға, Баҡыға барып, Геройҙың  тормош юлын өйрәнеп,  “Тыуған көн” тигән роман яҙа.

Герой үҫтергән ауыл һәр ваҡыт  бөтә яҡлап та иғтибар тоя.

–  Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин тыуып үҫкән ауыл булараҡ, уға ҙур иғтибар күрһәтелә. Районда беренселәрҙән ауылға асфальт һалынды, газ, һыу үткәрелде, мәктәп, клуб төҙөлдө. Уның данлы исеме бөгөн дә беҙгә хеҙмәт итә, – тине музей етәксеһе.

Музейҙа ошо ауылдан Афғанстанда, Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән егеттәрҙең иҫтәлегенә ҙур урын бирелгән.  Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә арналған бүлмә булдырыла. Ғөмүмән, был ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына 301 кеше киткән, 130 -ы кире әйләнеп ҡайта алмаған. Бөгөн иһә иҫән ҡалған яугирҙәр юҡ.

Музейҙағы этнография залы ла бай йөкмәткеле булыуы менән үҙенә йәлеп итә. Бер быуатлыҡ тарихы булған әллә күпме ҡомартҡы бар. Ҡул тирмәне, күмер үтектәр,  гөбө,  шаршауҙар үткәндәрҙе хәтерләтә.  Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин йәшәгән йорттоң макеты ла боронғо экспонаттарҙың береһе, уны музейға геройҙың класташы эшләп бүләк иткән.  

31 йыл музейға етәкселек иткән. ундағы һәр ҡомартҡы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгән  Миңлегөл Шәрип ҡыҙына ҡарата ҙур һоҡланыу хистәре ҡалды. Ошо һөнәренә ҡыҙыҡһыныуы  мәктәптә уҡығанда барлыҡҡа килә. Өлкән кластарҙа уҡ килгән ҡунаҡтарға  Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың музейы хаҡында һөйләп йөрөй. Урау юлдар аша булһа ла, ул  ошо һөнәрҙе һайлай. Тормошҡа сыҡҡас, Монголияла йәшәп ҡайтырға ла тура килә. Тыуған ауылына ҡайтҡас, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге колхозда кадрҙар бүлегенә хеҙмәт итә. Һуңынан әлеге музейға эшкә килә.

Миңлегөл Әбдрәхимова күңеленә ятҡан был эште хәҙер өс тиҫтә йылдан ашыу ҙур ҡыҙыҡһыныу, яуаплылыҡ менән башҡара. Әллә күпме  баланың йөрәгенә  илһөйәрлек тойғоларын һалғандыр ул  был йылдар эсендә.

Автор фотоһы.

 

 

Яҡташ батырҙы онотмайҙар
Яҡташ батырҙы онотмайҙар
Яҡташ батырҙы онотмайҙар
Яҡташ батырҙы онотмайҙар
Яҡташ батырҙы онотмайҙар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас