

Рәсәй халҡы үҙенең тарихын бер ҡасан да онотмай һәм киләсәктә лә быға юл ҡуймаясаҡ. Әлеге ваҡытта бөтә илебеҙ менән бергәләп Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Был ваҡиғаларҙың тере шаһиттары йыл һайын һирәгәйһә лә, үҫеп килгән быуын улар тураһында яҡшы белә һәм был хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Һәм, әлбиттә,бында эштә һис шикһеҙ мәктәптең һәм уҡытыусыларҙың өлөшө бик ҙур.
Әлеге эшмәкәрлектә Ишембайға ғына түгел, ә бар республикаға өлгө булырлыҡ мәктәп менән таныштырмаҡсыбыҙ. Һүҙ Ишембайҙың 5-се урта мәктәбе тураһында бара. Уҡыу йортоноң йәш һәм дәртле директоры Ләйсән Әхмәтйәнова етәкселегендәге коллектив Еңеүгә 80 йыл тулыуға, илдә һем республикала иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арнап бик күп саралар үткәрә, ғөмүмән, ветерандарға, яугирҙәргә, ирекмәндәргә ҙур иғтибар бүлә.
Ләйсән Дамир ҡыҙы белдереүенсә, улар һуңғы йылдарҙа остазлыҡ программаһы буйынса әүҙем эшләй. Ошо маҡсатта былтыр ноябрҙә Санкт-Петербургтағы 606-сы мәктәп менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән һәм уларҙың ҡанаты аҫтына ингән. Шул уҡ ваҡытта 5-се мәктәп Дағстандағы белем усағы өсөн үҙе остаз булып та тора.
Һуңғы ваҡытта улар Төньяҡ баш ҡала мәктәбе менән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Һәм шул хеҙмәттәшлек сиктәрендә күптән түгел “Сферум” программаһы аша “Дуҫлыҡ һәм хәтер” телекоммуникация күпере ойошторғандар.
Сарала 606-сы мәктәптең 7В класы менән Ишембай мәктәбенән 6А һәм 7А кластары уҡыусылары осрашҡан. Ә дөйөм алғанда, был күперҙе бар мәктәп уҡыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән.
Осрашыу 27 ғинуарҙа үткән. Был көн, әлбиттә, осраҡлы һайланмаған. 1944 йылдың 27 ғинуары – рус халҡының бөйөк батырлығы көнө булараҡ мәңгелеккә тарихҡа ингән көн. Тап шул көндә, 872 көн үткәндән һуң, Ленинград тулыһынса фашистар ҡамауынан азат ителә.
Шуға күрә телекүпер ошо данлыҡлы һәм шанлы ваҡиғаға арналған.
Тарих уҡытыусыһы Наталья Полякова шул осорҙоң ғәжәйеп хроникалары хаҡында һөйләнгән. Ә Санкт-Петербург уҡыусылары был ҡамау ваҡытын кисергән туғандары хаҡында үҙҙәренең тетрәндергес тарихтары менән уртаҡлашҡан. “Балаларҙың күҙ йәштәре шул ваҡиғалар тураһында иҫтәлектең ни тиклем мөһим һәм ҡәҙерле булыуын дәлилләне, – ти Ләйсән Дамир ҡыҙы.
Үҙ сиратында, директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Регина Буранбаева тарих уҡытыусыһы Татьяна Волкова менән тематик материал әҙерләгән. Уҡыусылар балаларға Ишембай ҡалаһының еңеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләгән. Һуғыш йылдарында "икенсе Баҡы" ға әүерелгән Ишембай фронтты нефть менән тәьмин иткән – 4,5 миллион тонна “ҡара алтын” сығарған! Был СССР-ҙа табылған күләмдең дүрттән бер өлөшө. Ишембай ул йылдарҙа тәрән тылдан ысын фронт ҡалаһына әүерелде, һәм ҡала халҡы был тарих менән лайыҡлы ғорурлана.
Шуныһы мөһим, быйыл йыл башында Ишембайҙың фронтҡа булған ҙур ярҙамы иң юғары кимәлдә баһаланды – Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән уға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ишембай Башҡортостанда Өфөнән ҡала икенсе булып ошо абруйлы исемде йөрөтә.
– Был осрашыу беҙҙең дуҫлыҡты нығытып ҡына ҡалманы, ә тарихты хәтерҙә тотоу һәм хөрмәт итеүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген дә иҫкә төшөрҙө. Беҙ – педагогтар бер ниндәй ҙә алыҫ араға ҡарамай балалар йөрәктәрен һәм күңелдәрен тоташтырыусы күперҙәр булдырабыҙ, – ти Ләйсән Әхмәтйәнова.
Ошо уҡ көндө телекүпер аша Ишембай балалары Санкт-Петербург мәктәбендәге тағы бер матур сара шаһиттары була – улар уҡыусыларҙың Ленинград блокадаһын емергән көндөң 81 йыллығына арнап үткәргән тантаналы линейкаһын ҡарай алған.
Был ябай сара ғына түгел, ә кешеләрҙең ҡаһарманлығы һәм ныҡлығы өмөт символына әүерелгән ҡурҡыныс көндәр тураһында хәтерҙе һаҡлауҙа мөһим аҙым. Ишембай уҡыусылары һуғыш йылдары шаһиттары булған ҡала балаларының, һыҙланыуҙар менән тулы хәтирәләрен тыңлай, тыныс күк йөҙөнөң ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында уйлана. Телдән-телгә тапшырылған был хикәйәләр үткәнебеҙ менән хәҙерге араһында күпер кеүек ҡабул ителде һәм һәр беребеҙҙең хәтерҙе һаҡлаусы була алыуын хәтергә төшөрҙө.
Шулай уҡ ул йылдарҙағы шиғырҙар һәм йырҙар яңғырай.
– Был телекүперҙе бик ҙур тулҡынланыу менән ҡараным, ул – ҡыйыулыҡ һәм рух ныҡлығы тураһында һабаҡ булды. Беҙ шундай иҫтәлекле ваҡиғаның бер өлөшө булғаныбыҙ өсөн үҙебеҙҙең мәктәп етәкселегенә һәм Санкт-Петербруг уҡыусыларына бик рәхмәтлебеҙ! Ошо традицияны артабан да дауам итеүҙе теләйем. Беҙ тарихты яҡшы белһәк, артабан киләсәк быуынға ла тарата аласаҡбыҙ, – ти 5-се мәктәптең 8 класс уҡыусыһы Самира Нурғәлиева.
Мәктәп директоры Ләйсән Дамир ҡыҙы әйтеүенсә, бындай уртаҡ саралар артабан да дауам итәсәк. Оҙаҡламай 5-се мәктәптең уҡыу алдынғылары, әүҙем йәмәғәтселәре Санкт-Петербург ҡалаһына юлланасаҡ. Улар Төньяҡ баш ҡаланы үҙ күҙҙәре менән күрәсәк, бай йөкмәткеле экскурсияларға барасаҡ һәм үҙҙәренең остаздары мәктәбе һәм уҡыусылары менән яҡындан танышасаҡ. Ә яҙға Ишембайға Санкт-Петербугтан ҡунаҡтар көтәләр. Улар өсөн әленән ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Балалар Ишембайҙың тарихи урындарында буласаҡ, шулай уҡ уҡыусылар менән осрашасаҡ.
– Беҙҙең телекүпер белем һәм тәжрибә менән алмашыу майҙансығы ғына түгел, шулай уҡ дуҫлыҡ һәм үткәндәр хаҡында хәтерҙең кешеләрҙе алыҫтан да берләштерә алыуын мөһим иҫкәртеү булып тора. Бындай башланғыстар мәктәптәребеҙ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу һәм тарихыбыҙҙың героик биттәре хаҡында хәтерҙе һаҡлау менән артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Фотолар: 5-се мәктәптең социаль селтәренән.