Иглин районының Ҡыҙыл Восход ауылында йәшәүсе Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Насирова 103 йәшлек юбилейын билдәләне.
Тап бөгөн Рәйфә Насирова 103 йәшлек юбилейын билдәләй. Был көндө ветерандың туғандары, яҡындары уны ихлас ҡотлай. Иглин районы хакимиәте Гүзәл Насирова ла йыл да ветеранға матур гөлләмәләр, бүләктәр тотоп килеүҙе йола итеп алған.
Килгән ҡунаҡтарҙы ветерандың ҡыҙы Флора Зариф ҡыҙы ҡаршы ала. Һуңғы йылдарҙа ул гел әсәһенең эргәһендә. Оло йәшенә ҡарамаҫтан Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы үҙ аҡылында, барыһын да хәтерләп, йылыһын өләшеп, кәңәштәрен биреп ултыра.
- Тыуған көн артҡа әйләнеп ҡарап, һығымта эшләр мәл ул. Оҙон тормош юлы үтелгән. Барыһы ла булды: аслыҡ, юғалтыуҙар, шатлыҡ. Күпте эшләп өлгөрҙөм, байтаҡ эшкә өйрәндем. Иң ауыр йылдарым – 1942 йылдың майынан 1945 йылдың 30 июленә тиклем булғандыр. Уларҙы онотоп та, хәтерҙән юйҙырып та булмай, - ти ул.
Рәйфә Ауырғазы районы Әбсәләм ауылында тыуып үҫкән. Башланғыс мәктәпте Ҡаҙморон ауылында уҡый. Ғәрәп алфавиты менән яҙырға өйрәнәләр. Һуңынан был белем ҡыҙға әсәһенә Урта Азиянан хаттар яҙырға ярҙам итә.
Ата-әсәләре алдынғы кешеләр була. Ҡыҙҙарының артабан белем алыуын теләй. Шуға Стәрлетамаҡҡа, туғандарына ебәрә. “Ғибәҙиә апайым мине үҙ ҡыҙҙары менән типә-тиң итеп ҡараны. Рәнйетмәне, ҡаҡманы. Ауыл балаһына урыҫ мөхитенә яраҡлашып китеүе ауыр булды инде. Шулай ҙа бирешмәнем. Математика, физика фәндәре еңел бирелде. Әүҙем булдым. Комсомолға индем, мәктәптә комсорг булдым. Өлкән кластарҙа уҡытыусылыҡ курстары үттем”, - тип хәтирәләргә бирелә ветеран.
Йәшлек ҡыҙҙы Баҡалы районына мәктәпкә эшкә ебәрәләр. Ул математика фәненән белем бирә. 1941 йылдағы тәүге отпускыһын әле лә иҫләй.
- Ул ваҡытта ата-әсәйем Өфөгә күскәйне. Бер мәлде барыһы өсөн дә тыныс тормош бөттө. Германия һуғыш башланы. Мин шунда уҡ эш урынына кире юлландым. Фронтҡа ярҙам булһын тип ауыл халҡы араһында аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, фронтҡа йылы әйберҙәр йыйҙыҡ, - тип хәтер ебен һүтә ул.
Уҡытыусы булып 1942 йылдың апреленә тиклем эшләгән Рәйфә. Хәрби комиссариаттан саҡырыу килгәс, тиҙ арала медицина комиссияһы үтеп, һуғышҡа юлланалар.
- Күптәрҙе оҙатырға килгәндәр ине, мине берәү ҙә оҙатманы. Һуңынан атайымдың вокзалға 15 минутҡа һуңлағанын белдем, - тип көрһөнә ул.
Өфөнән һалдаттарҙы бәләкәй вагондарға тейәп ебәрәләр. Бер эшелон ҡыҙҙар йыйыла. Һуғыш эҙҙәре икенсе көндө үк тойола башлай. Запас юлдарҙа янған вагондар тора, янғын еҫе сыға.
Рәйфә Батталова (ветерандың ҡыҙ фамилияһы) шул уҡ Баҡалы хәрби комиссариатынан алынған Софья Яковлева менән дуҫлаша. Ҡыҙҙар һуғыш тамамланғансы бергә була. 1080-се зенит арттилерия полкы ҡыҙылармеецтары булып китәләр.
- Беҙҙе Сталинград ҡалаһының ситендә урынлашҡан казармаға алып килеп урынлаштырҙылар. Ун көнлөк карантин үтергә кәрәк ине. Миңә күнекмәләр планы төҙөргә ҡуштылар. Уҡытыусыға план төҙөүе ҡыйын түгел. Хәрби әҙерлек дәрестәрен дә үткәс, граната ташлай беләм, беренсе ярҙам күрһәтә алам, ҡоралды йыйып-ҡороуҙы эшләйем, ата инем. Ҡыҙҙарҙы ла белгәнемә өйрәттем. Ун көн дауамында ал-ял белмәй шөғөлләндек, - тип хәтерләй ветеран.
Дошман самолеттарын өйрәнә ҡыҙҙар. Рәйфә Хейнкель-112 менән Хейнкель-111 араһындағы тауыш айырмаһын тиҙ отоп ала. Штурмлаусылар Юнкерс-88 менән Юнкерс-87 лә үҙенсә генә тауыш сығарып оса икән. Төндәрен Рәйфә самолеттарҙың осоуын тыңлап, уларҙы айырырға өйрәнә.
- Әлбиттә, был еңел түгел. Әммә тырышҡанда, тиҙ отоп алаһың. Был һабаҡтар ғүмерлеккә күңелгә уйылып ҡалды. Өс ай дауамында төндәрен бинокль тотоп самолеттарҙың геүләүен тыңлай, осоуын күҙәтә инек. Самолеттар дошмандыҡымы, әллә беҙеккеме икәнен яңылышмай әйтергә кәрәк ине. Һәр хатаң – кеше ғүмере бит! – тип һөйләй Рәйфә инәй.
Артабан ул ҡыҙҙары менән бергә 1943 йылдың февраленә тиклем Сталинград уты аҫтында йәшәй.
- Самолеттарҙың иҫәбе-һаны юҡ ине. Тәүҙә берәмләп осһалар, һуңынан Сталинград күгендә улар йөҙәрләгән булып осто. Күк көмбәҙе ҡарайып китә ине. И-16 осҡан беҙҙең йәш кенә осоусыларҙы ҡыйраталар. Бер аҙна дауамында бер туҡтауһыҙ бомба утында йәшәнек. Беҙҙең батарея юҡҡа сыҡты. Минең ҡулыма ярсыҡ эләкте, - ти ул.
Госпиталдә дауаланғандан һуң, Рәйфә әхирәте Соня менән 679-сы зенит арттилерия полкына эләгә. Ҡыҙҙар махсус йыһаз менән самолеттарҙың осоу бейеклеген, алыҫлығын үлсәй. Был артиллерия уты өсөн кәрәкле һандар була.
Батарея күперҙәр, аэродромдар, тимер юлдарҙы һәм башҡа объекттарҙы һаҡлай.
- Ҡыҙҙар йәш ине. Беҙҙең подразделениела 20 ҡыҙ, 40 ир-егет булды. Һәр һалдаттың үҙ бурысы. Иң ҡыйыны элемтәселәр өлөшөнә төштө. Улар һәр бер яуҙан һуң өҙөлгән бәйләнеште тергеҙҙе. Һаман да ҡай саҡ ҡарлыҡҡан радист тауышын ишеткәндәй булам: “Луна, Луна! Я – Земля!” – тип хәтирәһе менән уртаҡлаша яугир ҡатын.
1942 – 1944 йылдрҙа Одессала аэродромдарҙы һаҡлайҙар. Дошман уларҙың ҡайҙа урынлашҡанын һәйбәт белә, шуға гел иғтибарлы булырға кәрәк. Һуғышта йоҡлағанымды иҫләмәйем дә, ти беҙҙең әңгәмәсе. Еңеү яҙын Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Ҡара диңгеҙ буйында, бүлексә командиры вазифаһында өлкән сержант булып ҡаршылай. Одессала Еңеү салюты байрамында ҡатнаша.
- Еңеүҙән һуң беҙҙе шунда уҡ ҡайтарырҙар тип өмөтләнгәйнек. Өмөтөбөҙ аҡланманы. 18 йәшлек ҡыҙҙарҙы алып килделәр. Беҙ һуғышты үткән 23 йәшлектәр үҙебеҙҙе өлкән һәм тормош күргән кешеләр тип хис итәбеҙ. Уларҙы өйрәттек тә, үҙебеҙ урынына хеҙмәт итергә ҡалдырып, ҡайтыу юлына сыҡтыҡ, - тип һөйләй Рәйфә инәй.
Һуғыштан һуң, августа тыуған яҡтарына ҡайтып, Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауылындағы мәктәптә эш башлай. Һуңынан уны райондың мәғариф бүлегенә эшкә алалар. Тап ошонда эшләгәндә ул буласаҡ ирен, шулай уҡ һуғыш юлын үткән Зариф Ғиләж улы менән таныша. Улар сәстәрен сәскә бәйләй. Тормош иптәшенең документтарын юлларға тип Урта Азияға сығып киткән ғаилә 16 йылға шунда эшкә тороп ҡала. Насировтарҙың алты балаһы ошо илдә тыуа.
- Ашарға бер нәмә лә юҡ. Үзбәк ҡатындары игенде тирмән аша үткәреп йәймә бешерергә өйрәтте. Аслыҡтан шуның менән ҡотолдоҡ. Өс йылдан хужалыҡ булдырып алдыҡ. Йәшәүе еңелләште. Балалар үҫкәс, тыуған яҡтарға ҡайтырға булдыҡ. Өфөлә эш таба алманыҡ. Мәғариф министрлығы Иглинда эш бар тигәс, риза булып күсенеп килдек. Шулай итеп Ҡыҙыл Восход ауылында төпләндек. Тормош иптәшем тарих уҡытты, мин хеҙмәт дәрестәре алып барҙым, - ти ул.
Тормош иптәше менән Рәйфә инәй 51 йыл йәшәй. Ирен әле лә һағынып иҫкә ала. Балаларының уңышлы һәм тәртипле булыуына ҡыуана.
Рәйфә инәйҙән оҙаҡ йәшәү серен дә һорамай булдыра алманыҡ. Тәү сиратта үҙеңде яратҡан кешеләр араһында йәшәргә кәрәк ти ул. Икенсеһе - һине уратҡан тәбиғәт матур булырға тейеш.
- Бер ваҡытта ла эсмәнем, тәмәке тартманым, дөрөҫ туҡланырға тырыштым. Һаулығыма ныҡ иғтибарлымын. Йөрәкте көсәйткән, хәтерҙе яҡшыртҡан, бауырҙың эшен көйләгән витаминдар гел эсеп торам тип кәңәш бирә инәй.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.
Иглин районы хакимиәтенән алынған фотолар.