Ишембай районында иҫән ҡалған Бөйөк Ватан һуғыш яугирҙәре өсәү булһа, уларҙың береһе Ҡанаҡай ауылынан Әүхәҙи Минеғолов. Был тарафҡа юл төшкәндә ветеранды күрмәй китә алманыҡ.
Ауыр һуғыш юлы үткән, ҡаты яралар алған, тыныс тормошта колхозда намыҫлы хеҙмәт иткән Әүхәҙи бабай ауылдаштарының, яҡташтарының ғорурлығы.
18 йәшендә һуғышҡа китә
Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә ул. Әүхәҙигә 10 йәштәр тирәһендә әсәһе 33 йәшендә генә мәрхүм була. Бәләкәйҙән эшкә егелә. 12-13 йәштәрҙә баҫыуҙа хеҙмәт итә, колхозда һабан һөрә, иптәштәре менән ҡуна ятып утауҙа ҡатнаша. Үҫмер сағында почтальон булырға ла өлгөрә. Почтаны Әхмәрҙән алып ҡайтып, тотош ауылға тарата. Бик тырышып башҡара уны. Атаһының маҡтағанын әлегеләй хәтерләй. “Улым тырышып эшләгән! Уға миңә ҡарағанда ла күберәк иген яҙҙылар”, – тип үҫмерҙең күңелен үҫтереп ебәрә.
Үҫә төшкәс, урманға ағас киҫергә ебәрәләр. Белорет районындағы Әүжән ауылына тиклем ҡайһы саҡта йәйәү ҙә барырға тура килә. Һуғышҡа повестка килгәс, ил алдындағы бурысын үтәргә юллана. Биш бер туған Бөйөк Ватан һуғышына китһә, иң өлкәндәре яуҙа һәләк була.
– Тиҙҙән дуҫ егет һуғышҡа китә, уны оҙатабыҙ тип йөрөй инек. 1942 йылдың авгусында кәбән ҡойоп арып ҡайтып килгәндә уға ғына түгел повестканы миңә лә тотторҙолар. Ул ваҡытта миңә 18 йәш ине. Иртәнгә Стәрлетамаҡҡа барып етергә кәрәк ине. Төнөн ат менән юлға сыҡтыҡ. Барып еткәнсе ямғыр яуҙы. Һыуланып, өшөп бөттөк. Иртәнсәк поезд менән Өфөгә ебәрҙеләр, – тип ул көндө хәтергә алды яугир.
Тәүҙә Өфөлә ярты йыл тирәһе полковой мәктәптә уҡыталар. Күрше ауылдарҙан яҡташтары менән бер-береһенә таяныс булып хеҙмәт итәләр. Әхмәрҙән Биктимер тигән дуҫы менән һуңынан һуғышта күрешергә лә тура килә. Үкенескә, яуҙашы һәләк була. Быны әле лә ауыр итеп хәтергә ала һуғыш яугире.
Фронҡа етергә 100 километр ҡалғас, дошман самолеты бомбаға тота башлай. Атыша-атыша ете көн, ете төн атлайҙар. Әүхәҙи Батыргәрәй улы 127-се Ҡыҙыл байраҡлы гвардия уҡсылар полкының өсөнсө пулемет ротаһында өлкән сержант булып хеҙмәт итә.
“Пулеметым менән байтаҡ дошманды юҡ иттем” ти ул. Тәүҙә Төньяҡ Донец йылғаһы буйлап оборона тоталар. Йылға аръяғында дошмандың позицияһы була. 1943 йылдың 5 июлендә немецтар һөжүм башлай, ләкин беҙҙекеләр ныҡ тора. Дошманды ҡыуып Днепр ярына тиклем барып етәләр. Һәр ауыл өсөн үлемесле һуғыш бара.
– Немецтар машиналарҙа ҡаса, беҙ йәйәү арттарынан ҡыуабыҙ. Көнөнә 30-35-әр километр юл үтә торғайныҡ. Сылғау булмағас, итек аяҡтарҙы өйкәй. Шулай ҙа бирешмәнек. Мин алғы һыҙыҡта барҙым. Шулай итеп Днепр аша сыҡтыҡ. Һалдаттар шул тиклем арығайны, ҡырҡылған ағас кеүек йығылып йоҡоға киткәндәре күҙ алдында, – тип хәтирәләргә бирелә Әүхәҙи бабай.
Туғыҙ ай госпиталдә ята
Иҫке Оскол, Яңы Оскол, Белгород, Орел, Курск ҡалары аша һуғыш юлын үтә ул. Днепрҙы сыҡҡас, Ҡанаҡай ауылы яугире лә ҡаты яралана. Гурьев ҡалаһында туғыҙ ай буйы госпиталдә дауалана. Әүхәҙи бабай һуғыш юлы тураһында һөйләгәндә һүҙгә ҡыҙы Гөлсөм Минеғолова ла ҡушыла. Сөнки атаһының һөйләгәндәре уның да күңеленә һеңгән. Күп мәғлүмәттәрҙе дәфтәргә яҙып ҡуйған. Һуғышта атаһының аяғы ҡаты яраланыуы, әле лә тәнендә снаряд ярсыҡтары һаҡланыуы тураһында әйтте.
Һуғыш яугире, 2-се төркөм инвалиды Әүхәҙи бабай кисергәндәрен уйлаһаң, сыҙамлығына таң ҡалырлыҡ. 1944 йылдың май айында ҡултыҡ таяғына таянып, ауылға ҡайтып төшә, уны медсестра оҙатып килә.
Ял итә алмай. Ауылда эшләргә кеше кәрәк була. Тәүҙә иген үлсәүсе, һуңынан учетчик булып хеҙмәт итә. Яралары ныҡ һыҙлаһа ла, аяҡ яраһынан һүле ағып йөрөһә лә, бирешмәй яугир. Колхозда ла , магазинда ла эшләй, Сәлих ауылында склад мөдире булып хеҙмәт итә, ул осорҙа 30-лаған ауылға тауар ебәрә.
Ә бына “Һуғыш бөттө! Еңеү!” тигән ҡыуаныслы хәбәрҙе ул баҫыуҙа ишетә.
–“Торатау” яғында ер тырматып йөрөй инек. Һыбайлы килеп һуғыш бөтөүе тураһында хәбәр итте. Бөтәбеҙ ҙә шатланабыҙ, ҡосаҡлашабыҙ, кемдер һөйөнөстән хатта илай. “Бөгөн ял итегеҙ”, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Шул көндө клуб янында байрам уңайынан митинг булды, – ул ваҡиғаға 80 йыл үтһә лә ветерандың күҙ алдынан юйылмаған.
Ҡатыны менән 72 йыл ғүмер итәләр
Үҙенең яртыһын Әүхәҙи бабай Сәлих амбулаторияһына яраларын бәйләтергә йөрөгән ваҡытында осрата. Етенсе класты бөткәс , ошо ауыл ҡыҙын Өфөгә траншея ҡаҙырға ебәрәләр. Егет таныш апайҙарына барып инһә, унда Гөлйәүһәрҙе күрә. Йәштәр 1945 йылдың 25 авгусында өйләнешәләр, 72 йыл бергә ғүмер итәләр, өс ҡыҙ һәм өс улға ғүмер бирәләр. Балаларыны барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Нефтсе, уҡытыусы, табип һөнәрҙәрен һайлай улар.
Бөгөн ветеран оло ҡыҙы Гөлсөм апайҙың матур тәрбиәһендә йәшәй. Башҡа балалары ла атайҙарын иғтибарҙан өҙмәй. Ун ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре яугир олатайҙың күңел йыуанысы.
Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән наградлана ул. Һуғыш йылдарын хәтерләтеп ул наградары ветерандың күкрәген биҙәй.
– Күп миҙалдар юғалып бөттө инде. Элек уйламағанбыҙ, балаларға ла бирә торғайныҡ, – ти ветеран наградалары хаҡында һөйләгәндә.
Ғүмер буйы китап, гәзит уҡырға яратыуы менән һоҡландырҙы Әүхәҙи бабай. Иң әүҙем китап уҡыусы булараҡ уға китапхананың Рәхмәт хатын да тапшырғандар.
Үҙебеҙ менән ветеранға “Башҡортостан” гәзитен дә алғайныҡ. Әңгәмәләшеп бөтөүгә Әүхәҙи бабай: “Ҡыҙым, был гәзитте миңә ҡалдыраһыңмы?” тип һораны һәм ҡулына алып лупа менән уҡый ҙа башланы. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып ҡуйырға кәрәк әле” тине гәзитте ҡараштырып сыҡҡас.
Ниндәйҙер яҙыусы тураһында һүҙ сыҡһа, “Мин уның китаптарын уҡығайным. Бик ҡыҙыҡлы яҙылған” тип 100 йәшендә лә яҙыусыларҙың әҫәрҙәре тураһында һөйләп ултырыуы уның ни тиклем хәтерле, үткер зиһенле булыуы тураһында һөйләй.
“Атайыбыҙ күркәм холоҡло” тиҙәр балалары
Уның бик яҡшы атай булыуы тураһында балаларының йылы һүҙҙәре аша ишеттек.
– Шул тиклем тәртипле булды беҙҙең атайыбыҙ. Ауыр һуғыш михнәттәре аша үтһә лә, һыҙланыуҙары ныҡ булһа ла тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәне. Бер ҡасан да һүгенгәнен ишетмәнек. Башҡа кешенең һүгенгәнен дә яратманы. Тыныс холоҡло булды һәм әле лә шулай. “Кешеләргә һәйбәт булығыҙ. Кешеләрҙе рәнйетмәгеҙ” тип үҫтерҙе ул беҙҙе, – тип һөйләне ветерандың ҡыҙы Гөлсөм апай.
Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугирҙең теләктәре лә иң изгеһе.
– Барыһынан ҡәнәғәтмен. Беҙгә күрһәткән иғтибарҙары өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт. Район, ауыл етәкселәре лә иғтибарҙан өҙмәй.
Иң мөһиме – донъялар тыныс булһын. Кешеләр муллыҡта, рәхәтлектә йәшәһен. Яңыраҡ Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән исем бирелде. Был яңылыҡҡа ла бик һөйөндөм. Еңеүгә Ишембай ныҡ ярҙам итте бит. Ул заманда нефть тә шәп сыҡты , – тине 100 йәшлек яугир.
Апрель айында Әүхәҙи бабай 101 йәшен ҡаршылай. Уға ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙың уртаһында, байрам күрке булып ҡатнашыуын теләйбеҙ.
Фотолар авторҙыҡы һәм шәхси архивтан.