9 май - Еңеү көнө
23 Февраля 2025, 04:00

Һөйгән йәрҙәр бер-береһен башҡаса бер ваҡытта ла күрмәй

Ире ҡапыл ҡайтып төшһә, өйҙә сит ир булмаһын, тип уйлап, башҡаса күйәүгә сыҡмаған... 

Һөйгән йәрҙәр бер-береһен башҡаса бер ваҡытта ла күрмәйҺөйгән йәрҙәр бер-береһен башҡаса бер ваҡытта ла күрмәй
Һөйгән йәрҙәр бер-береһен башҡаса бер ваҡытта ла күрмәй

Белорет районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс ветеран ҡалған. Бөгөн Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар районда бары өсәү ҡалған.

Иван Павлович Фадеев уҙған йылдың ноябрендә үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 1942 йылда фронтҡа саҡырыла. 1943 йылдың мартында хәрби сынығыу ала, ул саҡта уға 18 йәш була. Йәш Иван Старорус һөжүм операцияһында, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша. Артиллерия полкы менән Бөтә Европаны үтә. Һуғышты Рейхстаг стеналары янында тамамлай.

Сығышы менән ул Тирләндән. Иван Павлович ғүмеренең күп өлөшөн Тирлән Локомотив ремонтлау оҫтаханаһының тәгәрмәсле участкаһында токарь булып эшләй. Бөгөн үҙен яҡшы тоя, матур кейенгән, арҡаһын да төҙ тота. Үҙенең һуғыш йылдары хәтирәләрен ихлас һөйләй.

Иван Михайлович Лощанов та район хакимиәте вәкилдәрен йылмайып, яҡшы кәйефтә ҡаршы алған. Уға 98 йәш. Ул 1944 йылда хеҙмәткә саҡырылған. 18 йәшлек Иван шоферҙар курсын тамамлағандан һуң Көнсығыш Пруссияға юллана. Кенигсберг өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Еңеү көнөн Германияла Ростокта ҡаршылай. Иван Михайлович сығышы менән Өфөнән, ғаилә сәбәптәре буйынса Белоретҡа күскән, бында өйләнә. Утыҙ йылға яҡын мартен цехында эшләй.

Ольга Андреевна Плоховаға 104 йәш. Был ғәжәп яҙмышлы ҡатын. 1941 йылда кейәүгә сыға, ире менән ике аҙна ғына йәшәп өлгөрә - ул фронтҡа китә. Һуңынан өс хат була һәм башҡа бер ниндәй хәбәр ҙә алмай. Медицина училищеһын тамамлағас, ҡыҙ үҙе теләп фронтҡа китә, ире Андрейҙы табырға теләй. Һуғышта санитар эшелонда хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш йөрәктәр бер-береһен башҡаса бер ваҡытта ла күрмәй. Ольга Плохова башҡа кейәүгә сыҡмаған, ире ҡапыл ҡайтып инһә, өйҙә сит ир булыр, тип уйлаған. Ольга Андреевнаны бөгөн борсомағандар, тик бүләк тапшырғандар, сөнки ул үҙен насар тоя.

– Ветерандарға уларҙың туғандарының - балаларының, ейәндәренең һәм туғандарының иғтибарлы булыуын күреү бик ҡыуаныслы. Фронтовиктарыбыҙҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлау, тарихҡа, Бөйөк Еңеү тураһында изге хәтергә ҡағылыу – ҙур хөрмәт. Барығыҙға ла ихлас күңелдән һаулыҡ, изгелек, тыныслыҡ һәм йылылыҡ теләйбеҙ, ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! – тине Зөлфиә Ғәлийәнова.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/beloradm

 

Һөйгән йәрҙәр бер-береһен башҡаса бер ваҡытта ла күрмәй
Һөйгән йәрҙәр бер-береһен башҡаса бер ваҡытта ла күрмәй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас