Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы осоро тураһында йыш сығыш яһай, батырҙарҙы йәш быуынға өлгө итеп ҡуя, һуғыш ветерандарын иғтибарынан өҙмәй. Ысынлап та, Радий Фәрит улы республикабыҙ менән етәкселек итә башлағас, был темаға иғтибар бермә-бер артты.
Ул белдереүенсә, беҙҙең Ватаныбыҙ тарихында бөйөк күтәрелештәр һәм данлы даталар бихисап. Беҙ һәр ваҡыт герой-фронтовиктарҙың һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең тиңе булмаған батырлыҡтарын хәтерҙә тотасаҡбыҙ. Ҡырым һәм Украина күгендәге һауа алыштарында ҡурҡыу белмәгән летчиктар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова ла була. Севастополдәге Малахов ҡурғанында артиллерист Тазетдин Ғиләзетдинов батырлыҡ яһаған. Николаев янында яҡташыбыҙ Александр Матросов дошман амбразураһын күкрәге менән ҡаплаған, уның батырлығын 20 йәшлек гвардия лейтенанты Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ҡабатлаған. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Украина, Белоруссия, Польша ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан, Берлинға барып еткән.
Әйткәндәй, "Торатау" конгресс-холында "Беҙҙең эштәр хаҡ: Бөйөк Еңеүгә СССР халыҡтарының индергән өлөшө" тигән (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) Бөтә Рәсәй тарихи форумы ойошторолдо. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Сараға юғары уҡыу йорттары ғалимдары һәм студенттары саҡырылғайны.
Конгресс-холдың фойеһында, Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. "Өфө – һуғышҡа хәтлем һәм унан һуң", "Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына – 125 йыл" тип аталған күргәҙмә сиктәрендәге мөйөштәр булдырылған.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идара итеү институты директоры тарих фәндәре кандидаты Әминә Ураҙова, форумды асып, былай тине:
– Тарих – мәңгелек, үткәндәрҙе белмәй тороп бөгөнгө менән йәшәү һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләп булмай. Беҙ айырыуса йәш быуын, совет һалдатының батырлыҡтарын белеп үҫергә тейеш һәм уларҙың һәр береһе барыбыҙ өсөн дә оло ғорурлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең ни тиклем ауыр бирелгәнен беләбеҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ күргәнде баштан үткәрмәҫ өсөн ундай мәхшәрҙең ҡабатланыуына юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Был көндө ғалимдар, педагогтар, дәүләт эшмәкәрҙәре, китапхана хеҙмәткәрҙәре, музей белгестәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булыуында тамсы ла шигем юҡ.
Әминә Илдус ҡыҙы үҫмерҙәрҙе асыҡ һөйләшеүгә әүҙем ҡушылырға саҡырҙы, үҙ-ара иркен фекер алышырға әйҙәне, бәйгелә ҡатнашыусыларға иһә уңыштар теләне.
Йәш ғалимдарҙың инициативаларына ярҙам итеү фондының башҡарма директоры Александр Берелехис студенттар араһында уҙғарылған брейнг-рингҡа старт бирҙе. Өфө дәүләт нефть техник университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары (ике команда) үҙ-ара көс һынашты. Артабан форумдың эше секция ултырыштарында дауам итте.
Студент Юлиә Сибәғәтуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, төп эше – уҡыуҙан тыш, ул төрлө юғары уҡыу йорттарынан һәм сит тарафтарҙан килгән тиҫтерҙәре менән аралашыу яҡлы, ошондай саралар һәр йәһәттән дә үҫешкә юл аса. Бөйөк Ватан һуғышында яу яланында яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс тормошобоҙ өсөн башын һалған яҡташ һалдаттарҙың батырлығы мәңгелек.
ФЕКЕР
Рәмил РӘХИМОВ, тарихсы:
– Тиҙҙән тотош илебеҙҙә ҙур байрам көтөлә. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү барыбыҙ өсөн дә бик мөһим, шул уҡ ваҡытта тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау ҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Рәсәй, еңеүсе ил булараҡ, Еңеү көнөн тантаналы итеп билдәләйәсәк. Башҡортостанда был тәңгәлдә ҙур байрам өсөн сәбәп тә бар. Ишембайға Хеҙмәт ҡаһарманлығы тигән ҡала исемен биреү һәр йәһәттән дә ғорурлыҡ.