Был ялдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәләл ефете менән Миәкә районына барҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер атҡа ҡуйылған һәйкәлде күрҙе. Башлыҡ был урынды күреп бик һоҡланған һәм легендар Керчь тураһында ижади проект булдырырға ҡушты.
– Мине легендар Керчтың тарихы ғәжәпләндерҙе. Ул 1941 йылдың декабрендә һуғышҡа киткән һәм 1947 йылдасаҡ өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Берлинғаса барып еткән һәм тағы ике йыл хеҙмәт иткән. Мин телевидение һәм кинематографҡа дәүләт заказы эшләйем. Был бик үҙенсәлекле осраҡ – ат тарихы. Әйҙәгеҙ, кино төшөрәйек, – тине Радий Фәрит улы.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһендә Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса тап ошо атҡа арналған спектакль ҡуйыла.
– Һәйкәл янында булған саҡта яныма бер ир килде, уның ҡулында атаһының һүрәте лә бар ине. Һөйләүенсә, атаһы Керчтың хужаларының береһе булған. Тимәк, ул ваҡыттар, ул кешеләр һәм ат тураһында белгән иҫән кешеләр бар әле. Улар менән һөйләшергә, мәғлүмәтте яңыртырға кәрәк. Һәйкәл дә бик матур, ҡаралған, янында ғына мәктәп бар, мин унан ҡыуанып ҡайттым, – тине Радий Хәбиров.