9 май - Еңеү көнө
2 Апрель 2025, 09:00

Ярҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығый

Көҙәндәр берҙәмлек күрһәтә.  

Ярҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығыйЯрҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығый
Ярҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығый

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға ярҙам тураһында ауыл халҡы бер ҡасан да онотмай. Ишембай  районының Көҙән ауылында ла бер нисә йүнәлештә эш ойошторолған. Мәҙәниәт йортонда һәм мәктәптә маскировка селтәре үрәләр. Музейҙа окоп шәмдәре яһайҙар. Мәктәптә был изге эшкә мәктәп уҡыусыларының да ҡушылыуы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙең бер сағылышы.

– Былтыр өс тимер мейес-буржуйкалар эшләп ебәрҙек. Маскировка селтәрҙәре буйынса ла эш туҡталғаны юҡ. Быйыл ғына алты селтәр үреп оҙаттыҡ. Окоп шәмдәрен эшләү буйынса ла эш йәнле бара. Халыҡ бик әүҙем. Аҡсалата ла, ҡул ярҙамын да күрһәтәләр. Әллә күпме кәрәк-яраҡ туплап оҙаттыҡ. Райондан нисә гуманитар ылау китә, бер ҡасан да ситтә ҡалған юҡ, – тип һөйләне ауыл биләмәһе башлығы Филүс Хәйретдинов.

Махсус хәрби операциялағыларҙың ғаиләләренең дә үтенесе кире ҡағылмай.   Ауылда мәшәҡәттәр сығып тора. Ҡышҡы ваҡытта ҡар көрәргә булһынмы, утын килтерергәме – мөрәжәғәт иғтибарһыҙ ҡалмай. Ауыл биләмәһе башлығы был йәһәттән өлгө лә күрһәтә –  башҡа  ауыл советы биләмәһендә йәшәүсе ғаиләгә бесән кәрәккәндә үҙенең бесәнен ярҙам йөҙөнән оҙата.

Берҙәмлек менән ҙур эштәрҙе лә атҡарып булыуы сағыла көҙәндәр миҫалында.

 Фото: ауыл хакимиәтенән.

Ярҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығый
Ярҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығый
Ярҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығый
Ярҙам булғанда һалдаттарҙың көсө нығый
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас