9 май - Еңеү көнө
12 Апрель 2025, 10:00

Ҡыҙ бала саҡтан осоусы булырға хыяллана

Легендар летчик булырын ул саҡта уйламағандыр яҡташыбыҙ    

Ҡыҙ бала саҡтан осоусы булырға хыялланаҠыҙ бала саҡтан осоусы булырға хыяллана
Ҡыҙ бала саҡтан осоусы булырға хыяллана

Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова тураһында бала саҡтан уҡып үҫһәк тә, тыуған яғында уның музейында булырға тура килмәне.

Бәләбәй ҡалаһына  эш сәфәре мәлендә   Герой уҡыған   2-се мәктәптең уның исемен йөрөтөүен белеп,  музейын күреп сыҡтыҡ.

Мәғүбә Сыртланова Бөйөк Ватан һуғышы осоронда төнгө бомбардировщиктарҙың 46-сы Гвардия Тамань ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары була. Ул 780 хәрби осош яһай, барлығы 190 тонна бомба ташлай.  

Мәктәптең ихатаһынан уҡ беҙҙе Мәғүбә Сыртлановның бюсы ҡаршы алды. Мәктәп уҡыусылары менән патриотик рухтағы саралар йыш ҡына ошо урында үтеүе тураһында һөйләне мәктәп директоры Василий Павлов.

Айырым бинала Геройҙың музейы урынлашҡан. Был музейҙа ла  уның  һуғыш һәм тормош юлы тураһында белеп була. Советтар Союзы Геройы  Мәғүбә Сыртланова тураһында иҫтәлектәрҙе туплауға мәктәптең элекке директоры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Нина Степанова ҙур тырышлыҡ һалған. Борон был уҡыу йорто  башҡорт -татар мәктәбе тип аталған һәм Мәғүбә Сыртланова  ошонда  уҡыған.

Геройҙың Бәләбәйгә яҙған бер хатында уның күңелендә тыуған яғы менән ҡәҙерле ептәр бәйләүе сағыла:  “Бәләбәй – минең өсөн иң яҡын һәм яратҡан ҡалам. 1912 йылда ошонда тыуҙым һәм 17 йыл ғүмер иттем. 1927 йылда ошонда башҡорт -татар мәктәбен тамамланым.  Беренсе тапҡыр самолет күргәнемдә миңә нисә йәш булғандыр уныһын хәтерләмәйем. Ҡала ситенә мәжүри рәүештә ултырғайны. Летчик самолет тирәләй йөрөй, ләкин беребеҙҙе лә яҡын ебәрмәй. Шул ваҡытта мин летчикка ҡарап ябай түгелдер, ә тимер кешелер тип уйлағаным хәтерҙә. Шул мәлдән осоусы булырға тигән хыялым тынғы бирмәне”.

Музей туплаған материалдарҙа геройҙың фотоһүрәттәре лә байтаҡ һаҡлана, хатта ул уҡыған кластың фотоһын да күрергә мөмкин.

1932 йылда Комсомол юлламаһы менән Мәғүбә Сыртланова Балашов осоу мәктәбенең курсанты булып китә. Летчиктар мәктәбендә ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡый. Тәүге тапҡыр һауаға күтәрелгәндә уның бала саҡ хыялы тормошҡа аша.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Герой хеҙмәт иткән полк алдарына ҡуйылған хәрби бурысты намыҫ менән үтәй. Мәғүбә Сыртланова һуғыш юлын Төньяҡ Кавказда, Тамань ярымутрауында, Ҡырым, Белоруссия, Польшала үтә. Һуғышты Көнсығыш Пруссияла тамамлай.

Бәләбәйҙең ҡыйыу ҡыҙы фронтта ҙур хәрби юл үтә. Рядовой летчиктан алып, эскадрилья командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Ул яҡшы летчик та, күркәм кеше лә булды, тип хәтерләй яҡташтары.

Командирлыҡ оҫталығы, ойоштороу һәләте лә унда көслө була. Үҙенең ҡул аҫтындағыларҙы Тыуған илгә тоғролоҡ тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. Хәрби тәжрибәһен йәш летчиктар менән уртаҡлаша. Эскадрилья командирына хәрби тәртипте нығытыуҙа ярҙам итә.

 Хәрби заданиеларҙы өлгөлө үтәгәне өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1946 йылда Мәғүбә Сыртлановаға  Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә, Ленин ордены тапшырыла. Бынан тыш  ике Ҡыҙыл байраҡ ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ  ордендары һәм миҙалдар  менән бүләкләнә. Был донъянан  1971 йылда китә.

Мәғүбә Сыртланова, ул хеҙмәт иткән полк батырлығы тураһында байтаҡ китаптар донъя күргән. Яуҙаштарҙың тыуған илгә һөйөүе, рух берҙәмлеге сағыла уларҙа.

 Музейҙа геройҙың ҡыҙының музейға яҙған хаты ла һаҡлана. Унда Мәғүбә Сыртланованың ни тиклем яҡшы әсәй булыуы тураһында яҙылған. Әсәй наҙын, хәстәрен тойоп үҫә уның балалары.  

 Советтар Союзы Геройы   Мәғүбә Сыртланова тураһында бөгөн дә йәш быуын өйрәнә, ҡыҙыҡһына. Бәләбәй ҡалаһының 2-се мәктәбендә даими  рәүештә класс сәғәттәре үткәрелә,  мәктәп музейына экскурсиялар ойошторола, М.Сыртланова һәйкәленә сәскәләр һалып герой хәтергә алына.

Тимәк тарихыбыҙ менән бәйләнеш өҙөлмәй, батырҙарыбыҙ онотолмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ошондай геройҙарыбыҙҙы хөрмәт менән иҫкә алыу һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы.

 Автор фотолары.

 

Фотола: 1.Мәғүбә Сыртланованың мәктәп алдындағы бюсы.

  1. Һуғыш ваҡытында Герой осҡан самолеттың макеты.

 

Ҡыҙ бала саҡтан осоусы булырға хыяллана
Ҡыҙ бала саҡтан осоусы булырға хыяллана
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас