9 май - Еңеү көнө
14 Апрель 2025, 14:45

Еңеү еңел бирелмәгән

Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан конференция үтте.

Еңеү еңел бирелмәгәнЕңеү еңел бирелмәгән
Еңеү еңел бирелмәгән

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Шла война народная...” тип исемләнгән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Фойелағы бай күргәҙмә эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Башҡортостандың Милли музейы, республиканың Хәрби дан музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Милли китапхана ойошторған күргәҙмәләрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында йөкмәткеле мәғлүмәттәрҙе күрергә мөмкин ине. Тарихты белмәй тороп, рухлы, илһөйәр йәштәр тәрбиәләп булмай. Шуға ла Бөйөк Ватан һуғышындағы ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын хәтергә төшөрөү, йәштәргә аңлатыу сараһы ла ине ул. Залда студенттарҙың күп булыуы ла был маҡсатҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итте.

Конференцияла төп һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда партизан хәрәкәттәренең Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереүҙәре тураһында барҙы. Сараға  байтаҡ ҡунаҡтар килде. Хатта Белоруссиянан да вәкилдәр булды. Ундағы ҡаты һуғыштар мәлендә Башҡортостандан да байтаҡ яугирҙәр ил азатлығы өсөн ҡан ҡойған.

Был яугирҙәр тураһында бай мәғлүмәт тупланған, ул һаман да тулылана бара. Киләсәктә уның менән  интернет селтәрҙәре аша ла танышып буласаҡ.

Конференциялағы һәр сығыш ҡыҙыҡлы, бай тарихлы булды. Севастополь ҡалаһынан профессор, тарих фәндәре докторы Снежана Шендрикова Ҡырым подпольеһының батырлығы тураһында һөйләне. Өфөнән тарих фәндәре кандидаты, доцент Алексей Целищев партизан Николай Кисилевтың ҡаһарманлығы тураһында сығыш яһаны. Благовещенскиҙан Олег Абдуллиндың һөйләгәндәре лә йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Ул Башҡорт АССР-ының Благовещенск һәм Покровск райондары яугирҙәренең 1941-1945 йылдарҙа Белоруссия биләмәһендәге партизан хәрәкәте тураһында бәйән итте.

Шулай уҡ  Белоруссиянан, Франциянан да  видеобәйләнешкә сыҡтылар.

Ҡаты һуғыш ғазаптарын кисергән, ауырлыҡтарға һынмаған, еңеү өсөн үҙен аямаған әллә күпме яугирҙәребеҙ тураһында белеүгә юл асты әлеге сара.

Артабан ул секция ултырыштарында дауам итте.

Автор фотолары.

 

Еңеү еңел бирелмәгән
Еңеү еңел бирелмәгән
Еңеү еңел бирелмәгән
Еңеү еңел бирелмәгән
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас