9 май - Еңеү көнө
14 Апрель 2025, 08:45

Ура, быйыл "Үлемһеҙ полк" була!

Ул өс йыл үткәрелмәне.

Ура, быйыл "Үлемһеҙ полк" була!Ура, быйыл "Үлемһеҙ полк" була!
Ура, быйыл "Үлемһеҙ полк" була!

Илебеҙҙең иң ҙур байрамдарының береһе – Еңеү көнө етеүгә бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә бөйөк байрамдың яҡынлашыуын һәм Башҡортостанда “Үлемһеҙ полк”акцияһын үткәреү хаҡында иҫкә төшөрҙө. Кәңәшмәлә ул бер нисә йөкләмә бирҙе.

– Беҙ ҙур ваҡиғаға әҙерләнәбеҙ, өс аҙна ҡалды.Һәр муниципалитеттатантаналы саралар үткәреләсәк, унда беҙ ветерандарҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.– Был - беҙҙең иң ҙур байрамдарҙың береһе, шулай уҡ юбилей йылы.

“Үлемһеҙ полк” акцияһына әҙерлек башларға мөмкин, тине республика Башлығы.

— Һәр муниципалитеттан маршрут әҙерләргә, Эске эштәр министрлығы, прокуратура етәкселәре менән һөйләшеп, тәртип булдырырға кәрәк, — тине Радий Хәбиров. – “Үлемһеҙ полк” Өфөлә үтәсәк. Элек баш ҡалала 200 мең кеше ҡатнаша торғайны. Беҙ халыҡтың был сарала теләп ҡатнашҡанын беләбеҙ. Әҙерлекте башлағыҙ.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас