

"Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу барышында "Еңеү йырҙары" тигән флешмоб иғлан итеү тураһында фекер алыштыҡ.
Башыбыҙ өҫтөндә аяҙ күк булһын өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған батырҙар тураһында иҫтәлекте һаҡлау әлеге заманда айырыуса мөһим.
Һуғыш осоро йырҙары – ул көй генә түгел, ә халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм рухи ныҡлығы тураһында һөйләгән тарих. Башҡортостан халҡын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған флешмобҡа ҡушылырға саҡырабыҙ.
Һуғыш темаһына яҙылған яратҡан йырығыҙҙың бер куплетын йырлап, видеоға төшөрөгөҙ: өйҙә булһынмы, парктамы, башҡа ерҙәме. Уны социаль селтәрҙәргә #ПесниПобеды хэштегы менән ҡуйығыҙ. Ә 9 Майҙа ауыл, ҡалағыҙҙың үҙәк майҙанында бергәләшеп йырлағыҙ.
Әйҙәгеҙ, байрамыбыҙҙы Еңеү моңдары менән биҙәйек! Беҙҙе берләштергән йырҙар ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында хәтергә төшөрөп, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәһен!" – тип яҙҙы Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәрендә.
#ПесниПобеды #80летПобеды
Видео:https://vk.com/wall519921656_10130
Фото: kulturarb.ru