

“Быйыл айырыуса тулҡынланам...”, ти ветеран
Ил халҡына әйтеп бөтөргөһөҙ ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар килтергән Бөйөк Ватан һуғышында быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән йәш-елкенсәктең иңенә оло яуаплылыҡ алып, иҫ киткес ҙур батырлыҡтар ҡылыуы тарих биттәрендә мәңгегә ҡаласаҡ. Бына шул еңеүселәр быуынының көслө бер заты, оҙаҡламай 100 йәшлек юбилейын ҡаршыларға йыйыныусы яугир – Шәриф Һаҙый улы Мусагитов менән Ауырғазы районының Талбазы ауылында осрашып күрешеү бәхете тейҙе.
Ваҡыт аяуһыҙ, бер кемдән дә рөхсәт һорап тормай, алға ҡарап елдерә генә. Кеше ғүмере өсөн уның сикле булыуы үҙе моңһоу күренеш. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла йылдан-йыл республикала кәмей бара. Шәриф Һаҙый улы – Ауырғазы районында берҙән-бер иҫән ҡалған һуғыш ветераны, райондың почетлы гражданы. Яугир Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын айырыуса тулҡынланып көтөп алыуын йәшермәй, сөнки быйыл ул 6 майҙа йәнә бер тормош байрамын ҡаршылаясаҡ. Ул ғына түгел, яҡташтары, райондаштары, туғандары һәм яҡындары ла оло юбилей көнөн сабырлыҡ һәм яуаплылыҡ менән көтә.
– Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылау өсөн көсөм, һаулығым етһә ярар ине, тип теләнем. Ошондай ҡатмарлы заманда Еңеү көнөнөң бәҫе, ҡәҙере арта барыуын тоям. Йөҙ йәшлек юбилейымды ҡаршылау теләге лә ҙур ине, шөкөр, ул көн дә яҡынашып килә, – ти ветеран.
Шәриф Мусагитовтың бала сағы Ауырғазы районының Ҡорманай ауылында үтә, аҙаҡ Талбазыға күсергә тура килә. Етемлек һәм аслыҡ-яланғаслыҡты, әсәһен юғалтыу ҡайғыһын кисерә.
– Һуғыш башланғас, тракторсы ағайҙар фронтҡа китеп бөттө. Минең кеүек 15-16 йәшлек малай-шалайҙы “тимер ат”тарға ултырттылар, үҙебеҙсә тырышып һөргән булабыҙ, өйрәнәбеҙ. 1942 йылдың февралендә армияға алдылар, Ырымбурҙағы хәрби лагерға оҙаттылар. 5-се артиллерия полкы төҙөлдө. Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаштым. Франкфурт ҡалаһына ҡаршы Одер йылғаһы буйында оҙаҡ ҡына һөжүмгә әҙерләнеүебеҙ ныҡ иҫтә ҡалған, дошман да көслө ине. Апрелдең 20-һендә һөжүм башланды. Йылға аша машиналар, ҡоралдар менән сығыу бик ҡатмарлы булды, – тип һуғыш иҫтәлектәре менән уртаҡлаша ветеран. – Һуғыштың тәүге көндәре беҙҙең кеүек тәжрибәһеҙ, донъя күрмәгән 18 йәшлектәр өсөн ҡурҡыныс ине, баш өҫтөнән самолеттар үкереп оса, ерҙә миналар шартлай... Барыһына ла күнектек. Йәйен-ҡышын бер гимнастерка һәм шинелдә йөрөһәк тә, тамаҡ туймаһа ла, еңеү тураһындағы уй беҙҙе һәр саҡ йылытты”.
Шәриф Һаҙый улы “Багратион” кодлы атама аҫтында барған киң күләмле операцияла ҡатнаша. Ҡыйыулығы һәм ҡаһарманығы өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған. Һуғыш тамамланғас та тыуған яғына ҡайтып китә алмай әле, яугирҙе 1949 йылға тиклем Германияла хеҙмәткә ҡалдыралар. Тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡандан һуң, Ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Рәшиҙә исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡора. Бик матур итеп йәшәп китәләр, бер-бер артлы дүрт балалары донъяға килә. Әле яугир ҡыҙы, педагогия хеҙмәте ветераны Роза менән бик күркәм йортта, йылы мөхиттә йәшәй. Хәләл ефетенең яҡты донъянан китеүенә 25 йыл булып та киткән.
Роза Шәриф ҡыҙы атаһына бәхетле бала сағы, тормош һабаҡтары өсөн рәхмәтле. “Атайым ауыр, бәғерһеҙ һуғыш йылдарын үтһә лә, тыныс холоҡло, ипле, ярҙамсыл була белде. Әсәйем менән илле йыл бергә татыу, аңлашып йәшәнеләр. Ғүмер буйы “балалар, һуғыш афәттәрен күрергә яҙмаһын, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын”, тип теләне. Бер ваҡытта ла йортта тауыш күтәргәнен, асыуланғанын ишетмәнек, ике улы һәм ике ҡыҙына ҙур терәк булды”, – ти Роза ханым.
Яңыраҡ ҡына уларҙың йәмле йортона 4-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҡунаҡҡа килеп, ветеран менән танышҡан. Яугир үҙҙәренең быуынына төшкән һынауҙар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың һуғыштағы хеҙмәте тураһында һөйләгән. Кескәй ҡунаҡтарға ветеран ауыҙынан сыҡҡан иҫтәлектәрҙе тыңлау ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, үҙҙәре лә тыныслыҡ һәм һуғыш батырҙары хаҡында шиғырҙар һөйләй. Бындай осрашыуҙар ветерандарға ла, әлегә һуғыш тураһында китаптарҙан һәм кинофильмдарҙан уҡып йәки күреп кенә белгән балалар өсөн дә бик мөһим. Илебеҙҙең ысын, ышаныслы граждандары һәм илһөйәрҙәре үҫһен өсөн бөйөк тарихыбыҙҙы өйрәнеү һәм белеү, һис һүҙһеҙ, кәрәк.
Ауырғазы районының ветерандар советы рәйесе Риф Ғилмулла улы Рафиҡов яҡташы тураһында йылы һүҙҙәрен еткерҙе: ”Шәриф Һаҙый улы бөгөн дә сафта, ветерандар советы бюроһы ағзаһы ул, минең уң ҡулым, кәңәшсем, – тип стеналағы төрлө сараларҙа төшкән иҫтәлекле фотолар менән таныштырҙы. – Ҡыҙыҡлы, йор һүҙле әңгәмәсе лә яҡташыбыҙ. Мин уға тормошто яратыусанлығы, позитив ҡарашлы булыуы өсөн рәхмәтлемен. Уның йөҙ йәшлек юбилейын 6 майҙа ветеран йорто эргәһендә ”Росгвардия” ағзалары, кадеттар ҡатнашлығында парад, концерт менән ҡаршылаясаҡбыҙ. Ҡунаҡтар ҙа, сюрприздар ҙа буласаҡ, әлбиттә. Бөтә серҙе лә асып бөтмәйем әле“.
***
Был хаҡта һөйләү кәрәк булырмы, юҡмы, тип оҙаҡ уйландыҡ, сөнки ветерандың һәм Роза ханымдың уңалып та бөтмәгән йөрәк яраһына ҡағылыу булмаҫмы, тип икеләндек. Шулай ҙа батырҙар хаҡындағы иҫтәлекте, дан-аманатты оноттороп ҡына һағышты баҫыу мөмкин түгелдер. Олатайҙың ейәне Русландың контракт нигеҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнашып, былтыр август айында һәләк булыуы ғаилә өсөн оло юғалтыу булды. Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ, йөрәгендә ил тойғоһон йөрөткән, ата-бабаларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән ҡыйыу яугир менән бары ғорурланырға ғына була. Батыр иҫтәлеген Мусагитовтар нәҫеле генә түгел, яҡташтары ла ҡәҙерләп һаҡлаясаҡ.
#СвязьПоколенийРБ #ИДРеспубликаБашкортостан #Победа80
Ауырғазы районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.