

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһының селекция-орлоҡсолоҡ үҙәгенең төҙөлөш майҙанында булды. Республика етәксеһе 120 мең тонна иген һаҡлау өсөн Башҡортостандағы иң ҙур элеваторҙы төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.
Ҡырмыҫҡалы районында селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген төҙөү буйынса башланғыс 2025 йылдың ғинуарында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә хупланды. Ул өҫтөнлөклө статус алды, инженер һәм транспорт инфраструктураһы төҙөлөшөнә сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыласаҡ.
“Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Радик Рафиҡов әйтеүенсә, үткән йылдың май айынан майҙанда ҡабул итеү, таҙартыу, орлоҡ һаҡлау һәм киптереү пункты өсөн нигеҙ ҡоролған, шулай уҡ конструкцияларҙы һәм ҡорамалдарҙы монтажлай башлағандар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 2,6 миллиард һум. Үҙәктең сафҡа индерелеүе ҡырҡтан ашыу эш урыны булдырасаҡ. Республика етәксеһе иген һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн өҫтәмә ҡеүәттәр булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Өс йыл элек Башҡортостанда бик яҡшы уңыш алдыҡ – биш миллион тонна иген. Шул саҡта бындай күләмде һаҡлауҙы тәьмин итеүҙең мөһимлеген аңланыҡ. Хәҙер “Урожай” компаниялар төркөмө Ҡырмыҫҡалы районында республикалағы иң ҙур элеваторҙы төҙөй. Был байтаҡ күләмдәге игенде һаҡларға мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров – “Урожай” ауыл хужалығы производстволары йылдам үҫешә. Республикала үҫемлекселек хужалыҡтары, ҙур һөтсөлөк фермалары уңышлы эшләй.Төбәк яңы тармаҡ проекттарына булышырға әҙер – бындай башланғыстарға ярҙам итеү саралары беҙҙә бар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.