9 май - Еңеү көнө
20 Апрель 2025, 07:30

Иман алға барырға ярҙам итә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика христиандарын Пасха байрамы менән ҡотлап, социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырған. Унда түбәндәге юлдар бар...

Иман алға барырға ярҙам итәИман алға барырға ярҙам итә
Иман алға барырға ярҙам итә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика христиандарын Пасха байрамы менән ҡотлап, социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырған. Унда түбәндәге юлдар бар:

- Дуҫтар, бөгөн Пасха  - христиандарҙың төп байрамы, ул беҙҙә мөғжизәгә, изгелеккә һәм мөхәббәткә ышаныс уята. Башҡортостанда төрлө милли һәм конфессиональ үҙенсәлектәргә ҡарамаҫтан, мөһим дини даталарҙы бергәләп билдәләйбеҙ. Был юлы ла шулай булыр, тип ышанам. Сөнки иң мөһиме - бындай байрамдар нигеҙендәге ҡиммәттәр һәм изге эштәр. Ә улар һәр халыҡ өсөн бер төрлө. Шуға күрә Пасха бөтәһен дә берләштерә. Балалар өсөн был татлы кулич, иманлылар өсөн — бөйөк ураҙаның тамамланыуы, әммә барыһы өсөн дә — яҡшылыҡтың яуызлыҡты, тормоштоң үлемде еңеү символы.

Беҙҙең илдә Пасха һәр ваҡыт яратҡан һәм көтөлгән байрам булды, ә революцияға тиклем — ял көнө лә. СССР-ҙа Пасханы рәсми рәүештә билдәләмәйҙәр, әммә халыҡ йолаһы юҡҡа сыҡмаған һәм кешеләр барыбер бер-береһен ҡотларға йыйылған. Шулай уҡ беҙҙең республикала Ислам байрамдары ла билдәләнде.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, һуғыш йылдарында Пасха кешеләргә кире ҡайтарылған. Был 1942 йылда, тыуған илебеҙгә иң ҙур хәүеф янағанда була. Совет етәкселеге армияла ғибәҙәт ҡылырға рөхсәт итә, был, минеңсә, хәрби хәрәкәттәр барышын үҙгәртеүҙә үҙ ролен уйнай.

1945 йылдың майында Пасха 6-һына тура килә һәм Георгий Победоносец көнө менән тап килә. Изге Георгийҙың Рәсәй дәүләт гербында һүрәтләнеүе - бик символик күренеш.

Күп кенә православие кешеләренә кеүек, миңә иман алға барырға, яҙмыш һәм Алла тарафынан бирелгән һынауҙарҙы еңеп сығырға, яратырға һәм ғәфү итергә өйрәнергә ярҙам итә. Рухи һәм әхлаҡи уртаҡлығыбыҙҙы, традицион ҡиммәттәребеҙҙең берҙәмлеген тойоу бик мөһим. Һеҙгә мөхәббәт, изгелек һәм бәхет теләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Байрам менән!

Фотолар А. Назаровтың шәхси сәхифәһенән.

 

Иман алға барырға ярҙам итә
Иман алға барырға ярҙам итә
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас