9 май - Еңеү көнө
21 Апрель 2025, 12:30

Иҫ киткес шәп китап

Тарихи, хоҡуҡи һәм башҡа яҡтан төплө анализ эшләнгән

Иҫ киткес шәп китапИҫ киткес шәп китап
Иҫ киткес шәп китап

"Торатау" конгресс-холында Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинниковтың "Юғары державаға ҡарай юл. Һуғыш һәм тыныслыҡ ваҡытында дәүләт һәм хоҡуҡ. 1939–1953 йылдар" тигән китабының исем туйы үткәрелде.

Башта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры һәм Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы йырсылары башҡарыуында "Священная война" йыры яңғыраны.

Шундай фундаменталь хеҙмәт һәм китаптың исем туйын тап Өфөлә уҙғарғаны өсөн  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Павел Крашенинниковҡа сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе.

Андрей Геннадьевич билдәләүенсә, китапта Рәсәйҙең йылдам үҫеше һүрәтләнгән, улай ғына ла түгел, тарихи, хоҡуҡи һәм башҡа яҡтан төплө анализ эшләнгән. Баҫманың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан нәшер ителеүе һәр йәһәттән дә отошло. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың символы тиеү дөрөҫлөккә тап килә.

– Ул бөгөнгө Рәсәйҙә сыҡҡан беренсе монументаль китап, – тине Андрей Назаров.

Андрей Назаров 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында халҡыбыҙҙың батырлығы, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә рәсәйҙәрҙең ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләне.

Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина китап тураһында үҙ фекерен әйтте.

– Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итәбеҙ, ә инде 2025 йылдың Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителеүе оло мәғәнәгә эйә, – тине Павел Владимирович.

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников, тығыҙ хеҙмәттәшлек һәм ныҡлы бәйләнештәр өсөн, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәт әйтте.

Аҙаҡтан китап авторы Павел Крашенниников хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Павел Крашенинниковтың "Юғары державаға ҡарай юл. Һуғыш һәм тыныслыҡ ваҡытында дәүләт һәм хоҡуҡ. 1939–1953 йылдар" тигән китап Мәскәү ҡалаһында ҙур тираж менән баҫылған.

 Фото: Илдар Аҡъюлов.

Иҫ киткес шәп китап
Иҫ киткес шәп китап
Иҫ киткес шәп китап
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас