9 май - Еңеү көнө
21 Апрель 2025, 11:15

Төп иғтибар – хәрбиҙәр ҡәберлектәренә

Етешһеҙлектәр байрамға тиклем бөтөрөлөргә тейеш. 

Төп иғтибар – хәрбиҙәр ҡәберлектәренәТөп иғтибар – хәрбиҙәр ҡәберлектәренә
Төп иғтибар – хәрбиҙәр ҡәберлектәренә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә хәрби ҡәберлектәрҙе төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙе. Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итте һәм етешһеҙлектәре булғандарҙы тәнҡитләне.

"Мин контроль идаралыҡтан хәрби дан объекттары буйынса эштең нисек алып барылыуын ҡарауҙы һораным. Бөйөк юбилейға бер нисә көн ҡалды. Был йүнәлештә эш етерлек кимәлдә әүҙем алып барылмай, тип иҫәпләйем. Беренсенән, ҡар ирене, үләнде йыйып алырға кәрәк, был аңлашыла. Әммә Бүздәктә „Бер кем дә онотолмаған" тигән яҙыуҙа хәреф булмау кеүек осраҡтар менән нимә эшләргә? Йәки, Мәләүездә Дан паркында плитә емерелгән. Ике эшсене ебәрегеҙ һәм улар төшкө тиклем барыһын да эшләйәсәк. Нимә менән проблема? Шунда уҡ разведчиктар һәйкәле янында флагтар йыртылған. Бәләбәйҙә, һуғышта ҡатнашыусыларға һәйкәлдең бордюрҙары һәм нигеҙе биҙәге емерелгән. Бында ла бер көнлөк эш. Минеңһәр муниципалитет буйынса иҫкәрмәләрем бар", – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа бөгөн үк объекттарҙы тикшерергә, бөтә етешһеҙлектәрҙе өйрәнергә һәм кәңәшмә йыйырға ҡушты. Башҡарылған эштәр буйынса доклад 5 майҙа була.

"Бик күп ауылдарға барам. Ҡағиҙә булараҡ, хатта бәләкәй ауылдарҙа ла кешеләр үҙҙәре сығып тәртип урынлаштыра”, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото:"Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас