

Балалыҡ, үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән быуынға сыҙамлығы өсөн һәйкәл ҡуйырлыҡ. Әле нығынып та бөтмәгән килеш улар ололар башҡарған ауыр эштәрҙе үтәйҙәр. Ошондай хеҙмәт батырҙарының береһен 93 йәшлек Хисаметдин Ҡадировты осраттыҡ Ишембай районының Көҙән ауылында. Ҡартлыҡҡа бик бирешмәгән әңгәмәсебеҙ, үткәндәрҙе лә яҡшы хәтерләй.
–һуғыш башланғанда миңә 9-10 йәш булғандыр. Һуғышҡа яугирҙәрҙе оҙатҡан күренеш, балалар илашҡаны күҙ алдында. Кис ваҡыты ине, һалдаттарҙы баҫыуға тиклем оҙатып барҙыҡ. “Балалар, иҫән-һау ҡайтҡанды теләп тороғоҙ!” тиеп һуғышҡа киттеләр.
Ирҙәр фронҡа юлланғас, ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға эш ныҡ эләкте. Минең йәштәрҙәге өс малайҙы һабан һөрөргә ебәрҙеләр. Ат егеп һабан һөрҙөк. Ҡуна ятып эшләй торғайныҡ. Бесәнен дә саптыҡ, урағын да урҙыҡ. Балалы ҡатындар ҙа ҡул менән ураҡ урҙы. Эштән китеү юҡ. Көлтәләр аҙаҡ сүмәләгә ултыртыла барҙы, ҡышын да барып игенен һуға инек. Ураҡ тамамланһа, ҡабат һабан һөрөү башлана, трактор юҡ ул заманда, – тип һөйләне Хисаметдин Зәйнетдин улы.
Ә бына Еңеү килгән хәбәрҙе ул өй эргәһендәге баҡсаны ҡаҙып йөрөгәндә ишетә.
Кейемгә ҡытлыҡ булһа ла, тамаҡ ашҡа туймаһа ла, рухи көс ныҡ була һуғыш менән сыныҡҡан быуында.
– Ҡыштан ҡалған туң бәрәңгегә он ҡушып, күмәс итеп бешереп ашаныҡ. Йомшаҡ ҡына була торғайны. Тәме һаман телдән китмәй, – тип хәтерләй Хисаметдин бабай.
Ул йылдарға әллә күпме ваҡыт үткән, әллә күпме һыуҙар аҡҡан. Шулай булһа ла бер нәмә лә күңеленән юйылмаған.
Тыуған ауылынан ситкә китмәй ул. Бар ғүмерен колхоз эшенә арнай. Тормош иптәше менән биш балаға ғүмер бирәләр, әле уларҙың дүртәүһе иҫән. Ҡатыны 76 йәшендә вафат булған. Балалар ҡайтып ярҙам итеп торғас, ауылда бер үҙенә донъя көтөүе ауыр түгел.
– Һаулығым шөкөр. Өҫтәл тулы ризыҡ. Ашарға үҙем бешерәм. Балалар 2-3 көн һайын ҡайтып, донъямды матурлап торалар. Эш тейҙермәйҙәр. Зарланырлыҡ бер генә урыным да юҡ, – ти Хисаметдин бабай.
Бала сағынан ғүмер буйы йәнтөйәгенә хеҙмәт иткән ветеранға ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған миҙал да тапшырғандар.
Беҙҙең килеп уның менән күрешеүебеҙгә һөйөнөп, урамға саҡлы уҡ оҙатып тороп ҡалды Көҙән аҡһаҡалы.
– Көҙән әүәлдән матур ауыл булды. Кешеләре лә бер-береһенә ярҙамсыл. Яратам ауылымды. Матур-матур йорттар һалалар. Кешеләре аҙаймаһын, ауылым көсәйһен, – тигән теләктәрен әйтеп ҡалды тирә-яғына күҙ ташлап хөрмәтле замандашыбыҙ.
Автор фотоһы.