

Ошо көндәрҙә Өфө аэропортында пассажирҙар, хеҙмәткәрҙәр, ҡаршы алыусы-оҙатыусылар бик матур күренешкә шаһит булған: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби форма кейгән бер төркөм ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет залдарҙы тултырып, Бөйөк Еңеүгә арналған легендар “День Победы” йырын яңғыратҡан.
Көтөлмәгән флешмоб ул ваҡытта М. Кәрим исемендәге Өфө аэропортында булған һәр кемде оло байрам кәйефенә сорнаған. Ә акцияны баш ҡалабыҙҙың “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле хоры артистары үткәргән. Шул рәүешле коллектив Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы иғлан икән “Еңеү йырҙары” акцияһына ҡушылған.
Һәр кемебеҙҙең күңеленә ауаздаш булған иҫтәлекле йыр берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған, аэропортҡа инеүсе-сығыусыларҙың күбеһе, хис-тойғоларға күмелеп, йырсыларға ҡушылған.
Бөйөк Еңеү – һәр кемебеҙеҙң йөрәгендә. Ошондай сағыу ижади акциялар бының шулай икәнлегенә, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫына сағыу дәлил!
Фотолар, видео – “Мираҫ” ансамбле сәхифәһенән: vk.com/miras.ensemble
(Видеоны гәзитебеҙҙең төркөмөндә https://vk.com/gazetabashkortostan?from=groups ҡарарға мөмкин).