

Өфөлә ҡала хакимиәте алдындағы В.И. Ленин исемендәге майҙанда беҙҙең яугирҙәр махсус хәрби операция барышында трофей итеп алған НАТО техникаһының күргәҙмәһе ойошторолдо.
Бында АҠШ, Канада, Франция, Төркиә һәм башҡа НАТО ағзалары булған илдәрҙә етештерелгән танктар, бронетранспортерҙар, башҡа төрлө хәрби техника ҡуйылғайны. Иғтибарлыраҡ ҡарағанда, уларҙың барыһы ла беҙҙең ғәскәр уты менән ҡыйратылған, тик күргәҙмә өсөн аҙмы-күпме “ҡиәфәт”кә килтерелгән икән, әммә үҙаллы хәрәкәт итерлек хәлдә түгелдәр, тейәп ташығандар.
Халыҡ күп йыйылған майҙанда, күбеһе йәштәр. Яугирҙәр уларҙың һорауҙарына яуап бирә, улар араһында махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан һәм күкрәктәре орден-миҙалдар менән тулған ирҙәр ҙә бар. Улар йәштәр ошо техника өлгөләре буйынса ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуап бирә.
“Күргәҙмәнең маҡсаты шунда – беҙ ошо ҡарар күҙгә ҡеүәтле күренгән сит ил хәрби техникаһының беҙгә ҡаршы тора алмауын күрһәтеү, беҙ уларҙы торған һайын күберәк трофей итеп эләктерә барабыҙ”, – ти Башҡортостандың Рәсәй Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальонының “Прорыв” Т-90М командиры Флүр Ғарипов
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.