

9 май алдынан бөтә илебеҙ буйынса Мәңгелек ут тоҡанасаҡ. "Еңеүҙең утын һаҡлайбыҙ" тигән Бөтә Рәсәй акцияһына республикабыҙҙағы Саҡмағош ауылының да ҡушылыуы бик дөрөҫ. Был турала "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙған.
– Бөйөк Ватан һуғышында фронтта Саҡмағош районынан ун меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, шуның алты меңенә тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмаған – үлгәндәр, хәбәрһеҙ юғалғандар, – тип хәбәр иткән Радий Фәрит улы. – Саҡмағош ере – өс Советтар Союзы Геройын, Дан орденының тулы кавалерын үҫтергән. Хәҙер Саҡмағош районының яугирҙәре махсус хәрби операцияла бурыстарын теүәл үтәй. Һалдаттарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, "Еңеүҙең утын һаҡлайбыҙ" акцияһын Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың ҡушыуы буйынса "Газпром" ойоштора. Быйыл зәңгәр яғыулыҡҡа Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендәге 130 мемориаль тоташтырыла, шуның 80-е – бөгөн.
Башҡортостан Башлығы барыһын да байрам айҡанлы ҡотлаған, тыныслыҡ, имен тормош һәм уңыштар теләгән.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.